Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Ноябрь 2022, 07:00

Белорет полицияһында яңы етәксе

Шулай уҡ Сибайҙа ла үҙгәрештәр булды.

Белорет полицияһында яңы етәксеБелорет полицияһында яңы етәксе
Белорет полицияһында яңы етәксе

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибен ойоштороу идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Рәмил Әхҡиямов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәрен яңы етәксе менән таныштырҙы. Был вазифаға полиция подполковнигы Дим Нәҙербаев тәғәйенләнгән.

Дим Әнүәр улы быға тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлек етәксеһе булып эшләгән. Ә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек начальнигы Ришат Баймырҙин Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеккә етәксе итеп тәғәйенләнгән.

Кәңәшмәлә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының Белорет район-ара бүлек етәксеһе Павел Карлин, Белорет район-ара прокурор Максим Валиков, Белорет район-ара суд рәйесе Павел Исаков ҡатнаштылар һәм яңы етәксегә уңыштар теләнеләр.

Фото: МВД по Республике Башкортостан (vk.com)

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас