Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Ноябрь 2022, 08:00

Илшат ФӘЗРАХМАНОВ: “Игенде биш йыл һаҡларға була”

Быйылғы миҙгелгә йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов быйылғы миҙгелгә йомғаҡ яһаны. Ул көнүҙәк мәсьәләләр, атҡарылған эштәр, киләһе йылға пландар тураһында бик ентекле һөйләне.

 

– Сираттағы ауыл хужалығы миҙгеленә йомғаҡ яһайбыҙ. Быйыл иген һәм майлы культуралар ифрат уңды, шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз өсөн әллә ни уңышлы булманы. Иген культураларының бындай уңышы 1986 йылдан башлап тәүге тапҡыр 5,2 миллион тонна йыйылды. Майлы культураларҙан – яҡын­са 600 мең тонна, шәкәр сөгөлдө­рөнән 1,3 миллион тонна уңыш кө­тәбеҙ. Быйыл үткән ҡоро йылдың “көҙөн” ҡаплап ҡына ҡалманыҡ, “плюс”ҡа ла сыҡтыҡ, тип әйтер инем. Ни өсөн быйыл уңыш һәйбәт булды? Беренсенән, орлоҡтоң 10 проценттан ашыуы элиталы һәм супер-элиталы булды. Икенсенән, минераль ашламалар етәрлек кимәлдә алынды һәм әүҙем матдәгә 94 мең тонна индерелде. Өсөнсө­нән, техниканы яңыртыу ярҙамын­да агротехник саралар ваҡытында башҡарыла килде. Ямғырҙың да йәй башында етәрлек кимәлдә яуыуын бер нисек тә инҡар итеп булмай.

 

– Иген уңышы, ысынлап та, мул, әммә был игенде һаҡларға урын булмауын, иген киптереү заводтарының етмәүен күрһәт­те. Был нисек хәл ителәсәк?

– Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикала иген һәм майлы культуралар өсөн өҫтәмә һаҡлау ҡеүәттәре төҙөргә кәрәкмәй, сөнки элеваторҙарҙа – 2 миллион тонна, ауыл хужалығы предприятиела­рының келәттәрендә 2 миллион тонна уңыш урынлаштырыла, йәғни 4 миллион тоннаға етә. Бөгөн беҙҙә уңыш йәмғеһе 5 миллион тонна тәшкил итте. Быны тиҙ арала ың­ғай хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, иген келәттәргә таратыла, хужа­лыҡтар мал тотҡан шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға игенде әүҙем һата. Хаҡ ул тиклем юғары булмаһа ла, бөгөн сауҙа һәйбәт бара. Быйыл беҙҙең өсөн иген һәм майлы культураларҙы киптереү, эшкәртеү, һаҡлау өсөн яңы ҡоролмалар төҙөүҙе талап иткән проблема тыуҙы. Әлеге ваҡытта республикала Беларусь Республикаһының “Амкодор” компанияһы менән берлектә иген киптереү, һаҡлау, таҙартыу ҡеүәттәрен етештереү буйынса завод төҙөлә. Киләһе йылда был ҡеүәттәрҙе кәмендә 5 миллион тоннаға еткереү бурысын ҡуйҙыҡ.

 

– Быйыл ауыл хужалығы тар­мағы өсөн миҙгел һәр яҡлап уңышлы булды. Тоҡомло мал һатып алыу, һөтсөлөк тармағын нығытыу, агрокластар асыу, Фермерҙар мәктәбенең эшен йәнләндереү, башҡа бик күп эш атҡарылды. Улар араһында инвесторҙар йәлеп итеү мәсьә­ләһе төп тема булғандыр, сөнки илдең иҡтисади хәле һәм тышҡы санкцияларға бәйле ауырлыҡтар тыуып тора.

– Башҡортостан Республикаһы илдә агросәнәғәт комплексында инвесторҙарға ярҙам итеү кимәле буйынса етенсе урында тора. Төбәктә тармаҡта инвесторҙарға ярҙам итеү моделе уңышлы эшләй. Замандың ҡатмарлы булыуына ҡа­рамаҫтан, инвесторҙарҙың тармаҡ­ҡа ҡарата “һыуыныуын” күрмәйем. Мәҫәлән, малсылыҡта ҙур һөт комплекстары төҙөүгә баҫым яһаныҡ. Республика Башлығы Радий Хә­бировтың “сентябрь указы”на ярашлы, беҙҙә 2024 йылға 21 һөтсөлөк комплексы эшләй башларға тейеш, шуларҙың 17-һе сафҡа ингән йәки төҙөлөш тамамланырға тора.

Уңышлы инвестицияларҙың сағыу миҫалы – Йәрмәкәй райо­нында 2800 һыйырға иҫәпләнгән “Башҡортостандың төньяҡ Ниваһы” һөтсөлөк комплексы. Унда тәүле­генә 100-әр тонна, һәр һыйырҙан 40 килограмдан да кәм булмаған күләмдә һөт һауыла. Кем уйлаған инде, яңыраҡ ҡына беҙ был күрһәт­кестәр тураһында хыяллана ғына инек.

 

– Ауыл хужалығы министр­лығында мобилизацияланған хеҙмәткәрҙәр йәки ауыл хужа­лығы компаниялары етәкселә­ренең һаны тураһында мәғлү­мәт­тәр бармы? Уларҙы мобили­зациялау уңыш йыйыу кампа­нияһына ниндәй йоғонто яһаны, был өлөштә махсус ярҙам саралары булдымы? Хеҙмәткәр­ҙәре мобилизациянан резервация алған ауыл хужалығы предприятиелары бармы, ундай компаниялар һәм кешеләр күпме?

– Исемлектең төп нөсхәһенә ярашлы, бөтә мобилизация­ланғандарҙан 700 кеше – беҙҙең тармаҡтан. Уларҙың бер өлөшө хәрби хеҙмәткә китте, икенсе өлөшө ҡалды. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә эшләгән белгестәр, шулай уҡ айырым эшҡыуарҙар һәм ҡул ҡуйыу хоҡуғына эйә булған крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, иҫәп алып барған һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйған берҙән-бер кеше булһа, улар ҡала. Ә предприятиелар өсөн беҙгә дөйөм составтың 26 процентына бронь бирергә рөхсәт ителде. Тармаҡ мобилизацияның йоғонтоһон әлегә һиҙмәй, сөнки кадрҙар запасы коронавирус пандемияһы осоронда бик һәйбәт әҙерләнде. Колледж һәм юғары уҡыу йорто студенттарын эшкә йәлеп итәбеҙ.

 

– Алдан әйткәнегеҙсә, мул уңыш­тың нигеҙе – һәйбәт орлоҡ. Сит илдәрҙең санкциялары арҡа­һында киләһе йылға кәрәкле кимәлдә орлоҡ туплай алмау хәүефе бармы?

– Иген культуралары орлоғо менән ике йылға алдан тәьмин ителгәнбеҙ. Был – яҡынса 300 мең тонна самаһы орлоҡ. Республикала гибрид орлоҡтар етештерелмәй, әммә Краснодар, Ставрополь, Воронеж, Белгород, Липецк һәм башҡа төбәктәрҙә был эш йәнле алып барыла, шуға күрә орлоҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Ә элиталы һәм супер-элиталы орлоҡ һатып алыуға субсидия һаҡлана. Республиканың үҙендә бик ҙур күләмдә минераль ашламалар етештерелә, уларға ҡытлыҡ юҡ һәм булмаясаҡ. Бөгөн ашламаға хаҡ түбән.

 

– Сит ил санкциялары импорт мөмкинлектәренә кире йоғонто яһанымы? Тәү сиратта был техника алыу һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу тармағына ҡағыла­лыр?

– Бөгөнгө көнгә беҙ етерлек күләмдә сит ил ҡорамалдары һа­тып алдыҡ, әммә хеҙмәтләндереүгә һәм запас частарға, әлбиттә, ҡыт­лыҡ булды, шуға күрә республи­каның ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиелары ассоциацияһы булдырылды. Хәҙер предприятиелар уның составында сит ил машиналары өсөн 2 меңдән ашыу запас часть етештерә. Һөҙөмтәлә мәсьәлә ыңғай хәл ителде, запас частарҙың бер өлөшөн үҙебеҙ етештерәбеҙ, ҡалғанын сит илдән һатып алабыҙ, ҡайһы саҡта урау юлдар эҙләргә лә тура килә.

– Ужым культураларын сәсеү барышы тураһында ла һөйлә­һәгеҙ ине.

– Киләһе йылға ужым культуралары планлаштырылғандан 330 мең гектарҙан кәмерәк сәселде. Бының сәбәбе лә ябай: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, физик яҡтан ваҡыт етмәне. Быйыл уңыш йыйыу кампанияһы ауыр барҙы: комбайндар бик көсөргәнешле эшләне. Сәсеү өсөн майҙандар етәрлек кимәлдә бушатылманы. Шул уҡ ваҡытта бөгөн ужым культураларының торошо насар түгел, дым етерлек әле. 2023 йылдың апрелендә ужым культураларын ҡышлатыу тураһында һығымталар яһаласаҡ.

МӘҒЛҮМӘТ

Бөтә райондарҙа ла тиерлек шәкәр сөгөлдөрө йыялар, быйыл республиканың йәмғеһе 19 районында “татлы тамыр” сәселгән.

Ике завод 97 мең тонна сөгөлдөр эшкәрткән, 13 мең тонна самаһы шәкәр етештергән. Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез, Ауырғазы, Дәүләкән һәм Хәйбулла райондарында 160 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. 2023 йылғы уңыш өсөн ужым культуралары 301 мең гектар майҙанда сәселгән, был – пландың 61 проценты. Бөгөнгә 1 миллион 577 мең тонна сенаж (планға ҡарата 117%) һәм 858 мең тоннанан ашыу бесән (116,5%) әҙерләнгән, был планлаштырылған күләмдән 17 процентҡа күберәк. Силос әҙерләү әүҙем дауам итә, ошо ваҡытҡа 800 мең тонна һалынған, йәғни пландың 64 процентынан күберәге.

Дөйөм алғанда, республикала шартлы бер баш малға 27,7 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән, был – планға ҡарата 102,4 процент.

Мал аҙығы әҙерләү буйынса Благовар районы лидер булып тора. Шулай уҡ Ауырғазы, Благовещен, Баҡалы, Саҡмағош райондары хужалыҡтары алдынғылыҡты бирмәне.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас