

4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Ошо айҡанлы Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында тантаналы сара үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм байрам менән ҡотлап сығыш яһаны.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Иртәгә беҙ бөтә ил менән Халыҡтар берҙәмлеге байрамын билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла ҡотлайым!
Ул көн Ватаныбыҙҙың тарихы менән айырылғыһыҙ бәйле. Барлыҡ ауыр һынауҙар ваҡытында ла беҙҙең халыҡ ҡаһарманлыҡ һәм Ватанды һаҡларға әҙерлеген күрһәтте. Шулай булды һәм шулай буласаҡ!
Башҡорт полктары Рәсәйҙең барлыҡ хәрби походтарында ҡатнашҡан. Алыҫ 1812 йылда Парижға тиклем барып еткәндәр. Беренсе донъя һуғышында беҙҙең төбәктән фронтҡа ярты миллионға яҡын кеше киткән. 1945 йылда Бөйөк Еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙың батырлығы хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Бөгөн күп милләтле халҡыбыҙ берҙәм булып Ватанды һаҡлауға баҫты. Беҙ нацизмды еңеү өсөн Президентыбыҙ Владимир Путин эргәһендә тупландыҡ.
Яҡташтарыбыҙ хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй һәм яңынан Донбасс өсөн көрәшә. Бөгөн тағы ла көслөрәккә әйләндек. Донбасстың, Запорожьеның һәм Херсондың туғандаш халыҡтары беҙҙең Рәсәй ғаиләһенә ҡайтты. Улар яҙмышты хәл иткән ҡарар ҡабул итте – мәңге Рәсәй менән булырға!
Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөнгө Башҡортостан – илебеҙҙең ышаныслы хәрби тылы. Беҙҙә ҡеүәтле сәнәғәт, энергетика предприятиелары, оборона комплексы бар. Уларҙың барыһы ла илебеҙҙең көсөн нығытыуға, дәүләт суверенитетын яҡлауға мөһим өлөш индерә.
Беҙҙең республикала төрлө халыҡ вәкилдәре татыу һәм килешеп йәшәй. Һәр беребеҙ ғорурлыҡ менән: “Башҡортостан – минең республикам! Ул минең Ватаным!” – тип әйтә ала.
Был гүзәл ерҙә йәшәү һәм эшләү - ҙур бәхет. Яҡшы ғәмәлдәрҙе беҙҙең балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр дауам итер. Шулай булһын!
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙгә һаулыҡ һәм именлек! Башҡортостанға, бөйөк Рәсәйгә тыныслыҡ, яҡты киләсәк! Байрам менән! – тине сығышында Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы “DeafSkills” II Милли чемпионат еңеүселәренә – дәүләт наградалары, шулай уҡ 2022 йыл өсөн фән һәм техник өлкәләрендәге республика премияларын тапшырҙы.
Тантаналы сара республиканың ижади коллективтары һәм артистары концерты менән тамамланды.
Фото һәм мәғлүмәт сараһы: Башҡортостан Башлығының рәсми сайты.