

Иртәгә илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Был байрам бөйөк Рәсәйҙә йәшәгән һәр кешегә, ғаиләгә, төбәккә ҡағыла, сөнки берҙәм булғанда ғына беҙ көслөбөҙ. Татыу, матур тормоштоң нигеҙе лә уға бәйле. Байрам алдынан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара ТАНҺЫҠҠУЖИНА менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Тамара Михайловна, Халыҡтар берҙәмлеге көнө сағыштырмаса йәш байрамдарҙың береһе булһа ла, уның барлыҡҡа килеү тарихы һәм әһәмиәте бик мөһим. Һеҙ халыҡтар берҙәмлегенең сағылышын ҡайҙа күрәһегеҙ?
– Беҙҙә быуаттар буйы килгән тарихыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙ нигеҙендә халыҡтар араһында дуҫлыҡ тыуған. Рәсәйҙә төрлө халыҡтар дуҫ ғаилә булып йәшәй, шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр береһенең милли үҙенсәлектәре лә һаҡлана. Күп быуаттар бергә йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙ барыбер төрлө милләт кешеләре булып ҡалабыҙ, әммә татыу йәшәйбеҙ.
Ватаныбыҙ тарихында төрлө мәлдәр булған, шул иҫәптән ҙур һынауҙар ҙа. Бер илдә йәшәүебеҙҙе аңлау, үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙҙең уртаҡлығын тойоу беҙҙе көслөрәк итә. Төрлө булыуыбыҙ һәм шул уҡ ваҡытта ҡеүәтле булып ҡалыуыбыҙ илебеҙҙең үҙенсәлеклеген сағылдыра.
– Белеүебеҙсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҙа халыҡтар дуҫлығын нығытыуға тос өлөш индерә.
– Байтаҡ депутат Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан рустары соборы, Башҡортостан татарҙары конгресы, Башҡортостан Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы кеүек йәмәғәт ойошмаларында тора һәм уларҙың эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Коллегаларым төбәк-ара дуҫлыҡты нығытҡан сараларҙан да ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, республиканың ҙур делегацияһы составында башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙәге һабантуйҙарға барабыҙ һәм унда башҡорт халҡының мәҙәниәтен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, ризыҡтарын күрһәтәбеҙ. Был мөһим эшмәкәрлек ул, сөнки бүтән өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттар республикабыҙҙа мәҙәниәткә, йолаларға ҙур иғтибар бүленеүен күрә, аңлай, даими ярҙам күрһәтелеүен тоя. Быуаттар төпкөлөнән ғаиләгә, ырыуға, йолаларға бәйлелек илебеҙҙең ҡеүәтен арттырған, берләштереп торған. Ошо милли рух, йолалар көслө булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән кешеләр Тыуған иленә һәр саҡ тоғро ҡала һәм уның мәнфәғәттәрен һаҡлай.
– Һеҙ ошо байрамды нисек билдәләйһегеҙ?
– Йәмәғәт урындарында уҙғарылған төрлө сараларҙы ҡарарға сығабыҙ, эш буйынса ла ҡатнашабыҙ. Ғаиләлә лә балаларға илһөйәрлек хисенең мөһимлеге, Рәсәй тарихы тураһында һөйләйбеҙ.
Халыҡтар берҙәмлеге байрамы сағыштырмаса йәш, әммә уның әһәмиәте йылдан-йыл көсәйә бара, йәмғиәтебеҙҙә уға ныҡлы иғтибар бүленә.
– Илебеҙ һынауҙарҙы һәр саҡ халҡыбыҙҙың берҙәмлеге менән еңеп килә. Бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙы еңелерәк үтер өсөн беҙҙән нимә талап ителә?
– Әле Рәсәйгә ҡаршы көслө иҡтисади санкциялар һөжүме бара. Украина артында торған илдәр Рәсәйҙең хәлен ҡаҡшатыр өсөн хәрби конфликттың үҙ файҙаларына һуҙылыуын теләй. Шул уҡ ваҡытта күп кенә ҙур дәүләттәр Көнбайыш Европа илдәренең һәм Американың сәйәсәтен хупламай. Бөгөн илебеҙҙең киләсәген һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшәбеҙ, уның хоҡуҡтарын яҡлайбыҙ.
Рәсәйҙең ошондай ауыр һынауҙарҙы кисергән мәлдәре элек тә булды. Әммә ошондай һәр үҙгәрештәрҙән һуң илебеҙ яңы үҫеш юлын алған, тормош яҡшы яҡҡа үҙгәргән, шуға ла беҙгә сабыр һәм берҙәм булырға кәрәк.
Әле халыҡтың бергә тупланғанын күрәбеҙ: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә, ватандаштарыбыҙға рухи һәм матди ярҙам күрһәтергә теләгәндәр күп. Был дөрөҫ, әлбиттә, сөнки ошо һынауҙарҙы берҙәмлектә үтергә кәрәк. Эшҡыуарҙар, хәрби туғанлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары, учреждениелар бик ихлас булышлыҡ итә, гуманитар ярҙам йыя. Хакимиәт башлыҡтары урындарҙа килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итә. Ғөмүмән, мобилизацияланған һәм доброволец булып киткән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә лә ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, фермерҙар бесән, утын алып килә – ошондай миҫалдар бик күп. Был ярҙам ихлас күңелдән күрһәтелә, сөнки һәр кеше ошондай уҡ хәлгә ҡалыу ихтималлығын аңлай. Хәҙер күптәргә еңел түгел, шуға күрә лә бер-береңде аңлау, иғтибарлы булыу бик мөһим.
Парламент депутаттары ла М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына килгән мөрәжәғәттәрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, һәр мәсьәләне, йүнәлешенә ҡарап, профилле комитеттарға ебәрәбеҙ. Әйткәндәй, үҙем дә ошо штаб ағзаһы.
Ниндәй генә ҡатмарлы һынауҙар булһа ла, уларҙы еңеп сығырбыҙ. Бөгөнгө ауырлыҡтарҙы ла үтербеҙ һәм хаҡлы булыуыбыҙҙы иҫбатларбыҙ, тип ышанам. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: Рәсәй һәр саҡ булды, бар һәм буласаҡ!
– Тамара Михайловна, әңгәмә өсөн рәхмәт.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Халыҡтар берҙәмлеге көнө – Рәсәйҙә иң йәш байрамдарҙың береһе, әммә уның барлыҡҡа килеүе илебеҙҙең тәрән тарихына барып тоташа.
XVII быуат башында, Иван Грозный батшаның вафатынан һуң, тәхеткә улы Федор I Иоаннович ултыра, тик уның балалары булмай. Кинйә улы Дмитрий серле шарттарҙа донъя ҡуя, халыҡта “бәлки, ул терелер” тигән фекер тарала. Шул ваҡыттан Рәсәйҙә Сыуалыш осоро башлана ла инде: ялған батшалар күбәйә, улар тәхеткә ынтыла. Ил һәм халыҡ тамам йонсой. Күптәр, Мәскәү батшалығы бөтөнләйгә юҡҡа сығыр, тип хәүефләнә башлай. Патриарх Гермоген Ватанды һаҡларға һәм оккупанттарҙы ҡыуып сығарырға саҡыра. Илдә Түбәнге Новгород земство старостаһы һәм кенәз Дмитрий Пожарский етәкселегендә ополчение барлыҡҡа килә. Улар Рәсәй биләмәһендә йәшәгән төрлө ҡатлам һәм милләттәрҙән торған ҙур ғәскәр туплауға өлгәшә. 22 октябрҙә (хәҙергесә 4 ноябрь) Ҡатай-ҡаланы һөжүм менән яулап алалар һәм поляктарҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығаралар. Земство соборы Михаил Федорович Романовты батша итеп һайлай.
- Рәмилә МУСИНА