

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре штраф түләмәй ҡасып йөрөгән водителде ҡулға алды.
Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө – Ырымбур юлының 50-се километрында, республиканың ЮХХДИ идаралығының айырым батальоны инспекторҙары “Богдан-2110” автомобилен туҡтата. Документтарҙы тикшергән ваҡытта федераль мәғлүмәттәр базаһы түләнмәгән 176 штрафты күрһәткән.
Салауат ҡалаһында йәшәүсе 35 йәшлек ир аңлатыуынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фото-видеотеркәү камералары теркәгән һәм шул бурыстар йыйылған. Рәсәй Федерацияһы Административ тәртип боҙоуҙар кодексына ярашлы, штрафты 60 көн эсендә түләмәгән өсөн был водителгә ҡарата 70-тән ашыу административ материал төҙөлгән. Санкцияларға ярашлы, уға ҡарата түләнмәгән административ штрафты ике тапҡырға арттырыу йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу, йәки 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү кеүек яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәк. Бер эләкмәһәгеҙ, бер эләгерһегеҙ...
Фото: @bash_gibdd