Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Ноябрь 2022, 15:30

“Үҙе артист, үҙе шағир беҙҙең полицейский!”

Дөрөҫөн әйткәндә,  йәшерәк сағында уның полицияла эшләргә   теләге лә  булмаған...

“Үҙе артист, үҙе шағир беҙҙең полицейский!”“Үҙе артист, үҙе шағир беҙҙең полицейский!”
“Үҙе артист, үҙе шағир беҙҙең полицейский!”

Районда уны белмәгән кеше юҡ.  Участка полиция хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яҡын торған, ярҙамға тәүгеләрҙән ашыҡҡан кешеләр бит. Тәүлек әйләнәһенә тигәндәй үҙҙәренә беркетелгән биләмәлә эшләп, һәр кем менән таныша, проблемаларын хәл итә, енәйәт һәм административ тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша. Эске эштәр минстрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегендә эшләгән Таһир Әмир улы Ғилманов яҡташтарының ышанысын аҡлаған полиция хеҙмәткәре.

Дөрөҫөн әйткәндә,  йәшерәк сағында уның полицияла эшләргә теләге лә булмаған. Атаһы кеүек тимер юлында хеҙмәт итергә уйлаған. Һамар бәйләнеш юлдары университетын тамамлап, инженер һөнәрен алған. Атаһы менән бергә эшләргә лә тура килгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре талап ителгәнен ишеткәс, был профессияны ла татып ҡарағыһы килә.

–Таһир Әмир улы иң яҡшы хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһе, унда яуаплылыҡ көслө, бурыстарын теүәл үтәй, – ти бүлек начальнигы Риваль Мәрҙиев.–Граждандар менән йыш аралаша, иҫкәртеү эштәрен алып бара, районда тәртипте һаҡлауға мөһим өлөш индерә.

 “Таһир Әмир улының тауышы бик матур, рус һәм инглиз телдәрендә лә йырлай. Үҙешмәкәрлектә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, хатта шиғырҙар яҙырға ваҡыт таба”, тип  һоҡлана яҡташтары.  “Бына шундай полиция хеҙмәткәре йәшәй беҙҙең Әлшәйҙә!” – тип яҙа ғоруланып “Әлшәй хәбәрҙәре” хеҙмәткәре  Айгөл Мөхәмәтдинова

Фото:”Әлшәй хәбәрҙәре”

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас