

Йыл һайын илдең барлыҡ субъекттарында Рәсәй балаларына хоҡуҡи ярҙам көнө уҙғарыла. Быйыл был көн 18 ноябргә күсерелде.
Етем һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар квалификациялы хоҡуҡи ярҙам ала аласаҡ.
18 ноябрҙә Башҡортостан Дәүләт юридик бюроһы балаларға хоҡуҡи ярҙам көнөнә арналған саралар үткәрәсәк:
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының А.П. Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы;
- Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһында;
- Нефтекама ҡалаһы Йәштәр һарайы бинаһында Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе менән ойошторолған осрашыу;
- Өфө ҡалаһы Дим районындағы Күп функциялы үҙәктең операциялар залында;
- Сибай ҡалаһының Ғаилә хеҙмәтендә;
- Өфө фән һәм технологиялар университетында (Өфө дәүләт авиация техник университеты аудиторияһында).
Етем балаларҙы уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыусылар, шулай уҡ опекун булырға ниәтләгән граждандар, инвалид балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, балалар, мәғариф учреждениелары уҡыусылары закон менән һаҡланған мәнфәғәттәрен яҡлау, хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса бушлай юридик консультация ала аласаҡ.
Шулай уҡ балаларҙың һәм өлкәндәрҙең хоҡуҡи белемен, мәҙәниәтен күтәреү маҡсатында ла саралар үткәсәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)218-11-94.
Фото: Башҡортостан Адвокаттар палатаһы.