

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе быйыл ноябрҙә үҙ көсөнә ингән закондарға аңлатма бирҙе.
1 ноябрҙән, РФ Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, асыҡ программа тәьминәтен ҡулланыуға хоҡуҡ биреү буйынса эксперимент башланды. Был сарала үҙ иркең менән ҡатнашырға мөмкин. Ғаризаны 2023 йылдың 1 апреленә тиклем яҙырға мөмкин. Программа 2024 йылдың 30 апреленә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Асыҡ программа тәьминәтенән файҙаланырға рөхсәт биреү – уны ҡарау өсөн асыҡ кодлы программа ул. Уның яңы версиялары әҙер кодты ҡулланыу мөмкинлеген бирә.
Камчатканан ҡыҙыл ыуылдырыҡты ситкә сығарыуҙы сикләйәсәктәр. Бер кеше самолетҡа 10 килограмдан ашмаған деликатесты индереү мөмкинлегенә эйә була. Был сикләү – 2025 йылдың авгусына тиклем. Евразия иҡтисади союзы маркаһы, йәғни сәнәғәттә етештерелмәгән ыуылдырыҡ хаҡында һүҙ бара. Сара ярымутрауҙан законһыҙ рәүештә алынған ыуылдырыҡты сығарыуҙы сикләйәсәк.
2 ноябрҙән Евразия иҡтисади союзында электрон сигарет менән электр быуландырғыстарға марка ҡуйылды. Был союзға ҡараған дәүләттәр тамғалау ваҡытын үҙҙәре билдәләй һәм, алты айҙан да һуңға ҡалмайынса, был хаҡта иҫкәртергә тейеш.
Стадиондарға турникеттар, контроль-тикшереү пункты һәм моторлаштырылған бәләкәй ҡапҡалар (калитка) ҡуйыла. Компьютер иһә тамашасының йәки ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың Fan ID паспортын уҡыясаҡ.
7 ноябрҙән таможня хеҙмәткәрҙәре автомобиль транспорты хәрәкәтенә блокировка һала ала. Йөк машиналарын туҡтатҡанда вазифалы кеше үҙе менән таныштырырға, ә водитель талап итһә, хеҙмәт танытмаһын күрһәтергә тейеш. Ошонан һуң таможня хеҙмәткәре видеорегистраторҙың файҙаланылыуы, транспорттың туҡтатылыу сәбәптәре тураһында иҫкәртергә, йөк машинаһы ташыған тауарҙарға документтарҙы һорарға бурыслы. Әгәр водитель мобиль төркөмдән ҡасырға тырышһа, был транспорт сараһының артабан хәрәкәт итеүен блокировкалаясаҡ махсус сараны файҙаланыу рөхсәт ителә.
10 ноябрҙән инвесторҙар ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы Рәсәй акцияларына мәжбүри конвертациялауға ғариза яҙа ала. Бынан тыш, Рәсәйҙең ҡиммәтле ҡағыҙҙарын сит ил депозиторийынан Рәсәйҙекенә мәжбүри тәртиптә күсерергә теләүселәр ҙә ошондай хоҡуҡҡа эйә буласаҡ.
12 ноябрҙән ҙур компаниялар дәүләт ҡатнашлығында подрядсылар – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҫеш программаларын тормошҡа ашыра ала. Был программаларға финанс, хоҡуҡи, методик, мәғлүмәт һәм башҡа ярҙам сараларын күрһәтеү буйынса саралар индереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
23 ноябрҙән банктар Федераль һалым хеҙмәте ярҙамында кредит каникулына хоҡуғын тикшертә ала. Мобилизацияланғандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кредит каникулын биреү хоҡуғын раҫлау тәртибе ябайлаштырылды. Кредиторҙар был мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенән һораттыра ала. Ә ул үҙ сиратында был мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Оборона министрлығынан аласаҡ.
30 ноябрҙән офицерҙарға наградалар кортиктарын һаҡлау ҡағиҙәләре ябайлаштырыла. Форманы кейеү хоҡуғы менән хәрби хеҙмәттән ҡайтарылған хәрбиҙәр кортиктарҙы Росгвардияла теркәтмәйенсә һәм уларҙы һаҡлауға, ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт алмайынса йөрөтә ала. Бындай ҡоралды мираҫ буйынса алған граждандар теркәтергә тейеш.
Айһылыу НИЗАМОВА