Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Ноябрь 2022, 16:00

Утыҙ йыллыҡ тарихы бар

"Ҡатмарлы юл үтеп, ҙур тәжрибә туплап, Башҡортостандың Арбитраж суды иҡтисади хоҡуҡтың ирекле һәм юғары һөҙөмтәле системаһына әүерелде".

Утыҙ йыллыҡ тарихы барУтыҙ йыллыҡ тарихы бар
Утыҙ йыллыҡ тарихы бар

18 ноябрҙә Андрей Назаров Башҡортостан Арбитраж судының 30 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сарала ҡатнашты һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” исеме менән наградланы.

Премьер-министр Андрей Назаров республиканың Арбитраж суды коллективын, отставкалағы почетлы судьяларҙы һәм ветерандарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотланы, илдәге арбитраж үҫеше тарихына туҡталды.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәй Федерацияһының Арбитраж кодексы ҡабул ителә. Юғары Арбитраж суд үҙ эшен башлай, һуңғараҡ, 1992 йылдан, Рәсәйҙәге барлыҡ төбәктәрендәге судтар.

- Тап шул осорҙа хоҡуҡ баҙар иҡтисадына ла килә. Арбитраж суд, бер ниндәй арттырыуһыҙ, ирек килешеүен раҫлағанда формалашҡан иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе булараҡ төп ролдәрҙең береһен уйнай, - тине Андрей Назаров. – Арбитраж судтың Рәсәйҙә шәхси милек институтының барлыҡҡа килеүе менән тиккә генә бәйле түгел. Бер яҡтан, иҡтисади ҡыҙыҡһыныуҙар системаһы барлыҡҡа килһә, икенсенән, дәүләт милкенә һөҙөмтәле идара итеү ихтыяжы килеп сыға.

Премьер-министр Арбитраж судтың үҙенсәлекле иҡтисади көйләүсе икәнлеген билдәләне. Иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы, үҫеше менән арбитражға ла көсөргәнеш арта. Мәҫәлән, 20 йыл элек бер судьяға 48 эш тура килһә, хәҙер – 140 тирәһе.

- Ҡатмарлы юл үтеп, ҙур тәжрибә туплап, Башҡортостандың Арбитраж суды иҡтисади хоҡуҡтың ирекле һәм юғары һөҙөмтәле системаһына әүерелде, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Арбитраж судтың үҫешендә һәм камиллашыуында Башҡортостан арбитраж судының беренсе рәйесе Вил Харис улы Шәйхетдиновтың, Фәнил Мәсғүт улы Сафиндың, Игорь Геннадьевич Арсеновтың эшен баһалап үтте.

Фото:  рravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас