Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Ноябрь 2022, 14:38

Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре бар йәһәттән дә яҡланасаҡ

“Берҙәм Рәсәй” кешеләргә ҡарата битараф түгел.

armizon72.ru
Фото:armizon72.ru

Федераль сараларҙан тыш, 80 төбәктә “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаттарының башланғысы буйынса хәрбиҙәрҙең, ирекмәндәрҙең һәм хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса төбәк саралары күрелә. “Берҙәм Рәсәй” махсус хәрби операция башланған көндән ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе социаль тәьмин итеү системаһы нигеҙенә һалынған бер нисә законды тәҡдим итте. Улар өҫтөндә даими эш алып барыла, ул ҡануниәттәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә һәм, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәләренә ярашлы, ҙур ярҙам саралары күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

– “Берҙәм Рәсәй” һәр ваҡыт партия туплаған төп капитал – кеше­ләргә иғтибар, илебеҙ гражданда­рының проблемаларына битараф ҡалмау күҙлегенән сығып эш итә. Был төрлө ваҡытта һәм хәлдәрҙә сағылды. Әлбиттә, бөгөн дә – Тыуған илебеҙ кисергән еңел булмаған осорҙа ул асыҡ сағыла, шуға күрә махсус хәрби операциялағы һал­даттарға һәм уларҙың ғаиләләренә ҙур иғтибар, ысынлап та, әле “Берҙәм Рәсәй” партияһының иң мөһим бурысы булып тора, – тине партия Рәйесе Дмитрий Медведев.

Беренсеһе март айында пар­тияның махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби ветеран статусын биреү тәҡдиме булды. Законда ошо хәрбиҙәргә һәм офицер­ҙарға социаль ярҙам саралары ҡаралған: ай һайын аҡсалата түләү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн, транспортта ташламалар, шифахана, медицина ярҙамы һәм башҡалар.

Был статус махсус хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнаш­ҡандарға ла биреләсәк – ошо закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Уның авторҙары араһында – партияның Генераль Советы секретары Андрей Турчак, сенаторҙар һәм партия депутаттары.

"Берҙәм Рәсәй” тәҡдим иткән тағы бер закон проекты махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә ҡатнашҡан граждандарға хәрби хәрәкәт ветераны статусын бирә. Һүҙ Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең граждандар составы, ремонт бригадалары, табиптар һәм башҡа белгестәр тураһында бара.

Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” тәҡдиме буйынса хәрби түләүҙәр иҫәбенән бурыстарҙы тотоп ҡа­лыуҙы яҡлаған, хәрби хеҙмәттә булған әсәләргә бала ҡарау буйынса пособиены арттырыу, яраланған хәрбиҙәргә артабан да махсус вазифаларҙа хеҙмәт итеү хоҡуғын биргән закондар ғәмәлгә инде.

Бынан тыш, партия Хөкүмәткә, даими йәшәү урынына ҡарама­йынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла льготаларҙың һәм ярҙам сарала­рының берҙәм исемлеген булды­рырға тәҡдим итте. Андрей Турчактың Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустинға ебәргән хатында  хәрби хеҙмәткә һәм ирекмән итеп саҡырылған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған 195 мең һумдан да кәм булмаған түләүҙе тәғәйенләү (3 ноябрҙә Владимир Путин хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм контракт төҙөгән һалдаттарға ошо түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы), “Кредит каникулы” осоронда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ипотека һәм ҡулла­ныусылар кредиттарының төп бурыс суммаһына һалынған проценттарҙы федераль бюджеттан кредит учреждениеларына компенсация рәүешендә түләү тәҡдим ителә.

“Махсус хәрби операция барған һигеҙ ай эсендә хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә федераль кимәлдә ярҙам итеү буйынса күп саралар ҡабул ителде. Төбәк кимәлендә 50-гә яҡын ярҙам төрө тормошҡа ашырыла – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең балаларына мәктәптәрҙә бушлай эҫе аш ойоштороуҙан алып һалым льготаларына һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәргә тиклем. Әлбиттә, Мәскәүҙә йәки Төмәндә урындағы бюджет, Пенза йәки Читаға ҡарағанда, күберәк саралар күреү мөмкинлегенә эйә. Әммә фронттың алғы һыҙығындағы егеттәр ғүмерҙәрен бер кимәлдә хәүеф аҫтына ҡуя. Был мәсьәләлә тигеҙһеҙлек булырға тейеш түгел. Махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡан һәр кем, ҡайҙа йәшәүенә ҡара­маҫтан, берҙәм ташламалар һәм ярҙам саралары тупланмаһын алырға тейеш. Әгәр ҙә ҡайһы бер төбәктәрҙең ошо маҡсатҡа үҙ аҡсаһы етмәһә, тимәк, был айырма федераль бюджет иҫәбенә ҡап­ланырға тейеш”, – тиелә Андрей Турчактың Хөкүмәт Премьер-министрына яҙған хатында.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы федераль ташламаларҙың исемлегенә шулай уҡ түбәндәге ярҙам сараларын индерергә тәҡдим итә:

l махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең һәм хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған хәрби ветерандарҙың балалары өсөн мәктәптәрҙә көнөнә ике тапҡыр бушлай туҡланыу;

l махсус хәрби хәрәкәттә һәләк булған хәрбиҙәрҙең бәлиғ булмаған балаларына рецепт буйынса дарыуҙарҙы бушлай биреү;

l ҡараусыһын юғалтҡан хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзаларына, оло йәштәге ата-әсәһенә һәм һәләк булғандарҙың инвалид ата-әсәһенә федераль органдарҙың шифаханаларына йыл һайын бушлай юлламалар биреү;

l хәрби хәрәкәттәр ветеранда­рының юллама хаҡының яртыһына тиң хаҡҡа йыл һайын шифаха­наларҙа һәм пансионаттарҙа дауаланыу йәки ял итеү хоҡуғы, шулай ял урынына бушлай барып ҡайтыу һәм башҡалар.

Партия башланғысы менән хеҙмәт ҡануниәте лә үҙгәрҙе – унда эш биреүселәрҙе фронтҡа барған хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындарын һаҡлап ҡалырға мәжбүр иткән документ ғәмәлгә инде. Бынан тыш, армияға хәрби хеҙмәткә саҡырылыу һәм хәрби хәрәкәттә ҡатнашыу ваҡыты хеҙмәт стажында һәм пен­сияға сыҡҡанда иҫәпкә алынасаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡан ваҡыт, страховка стажына индерелеп, страховка пенсияһы тәғәйенләгәндә лә икеләтә күләмдә иҫәпләнәсәк. Ә пенсия күләмен билдәләгәндә шәхси пенсия коэффициенты ике тапҡырға артасаҡ.

Бынан тыш, хәрби операциялағы һалдаттар үҙҙәренең эшенә идара итеүҙе ышаныс ҡағыҙы буйынса тапшырыу хоҡуғына эйә. Әгәр ҙә ул предприятиеның берҙән-бер хужаһы булһа (илдә ундай субъекттар 800 меңгә яҡын), уларға "кредит каникулы" бирелә.

Хөкүмәт шулай уҡ “Берҙәм Рә­сәй”ҙең ғаиләләренә социаль ярҙам сараларын иҫәпләгәндә хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың килемен иҫәпкә алмау тәҡдимен хупланы – тәүге ваҡыттан уҡ теркәлгән йөклө ҡатындарға ташламалар, 3 – 7 йәшлек һәм 8 – 17 йәшлек балалар өсөн айлыҡ түләүҙәр, беренсе йәки икенсе бала тыуыуға бәйле түләүҙәр һәм социаль контракт.

Төбәктәрҙә партия депутатта­рының башланғысы буйынса өҫтәмә рәүештә башҡа ярҙам саралары күрелә – бер тапҡыр түләнә торған түләүҙәр, торлаҡ-коммуналь хеҙ­мәттәр өсөн компенсациялар һәм ай һайын түләнгән пособиелар, балалар баҡсаһы сығымдарын ҡаплау, транспорт һәм һалым ташламалары киң таралған.

Шулай уҡ бөтә төбәктәрҙә лә хәрби операциялағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә берҙәм ярҙам штабтары эшләй, уларҙа партия ирек­мәндәре һәм #МыВместе хәрәкәте ярҙам күрһәтә. Әлеге ваҡытта был эшкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең бөтәһе 5000-гә яҡын ирекмәне йәлеп ителгән.

Партияның махсус хәрби опе­рацияға йәлеп ителгән хәрбиҙәргә ярҙам итеү йүнәлешендәге эшмә­кәрлеге артабан да дауам итәсәк. Ғәмәлдә, Дәүләт Думаһына мобилизацияланғандарға һәм ирекмәндәргә ҡарата суд эштәрен туҡтатыу тураһында закон проекты индерелгән. Был тәҡдим Дәүләт Думаһының профилле комитетында хупланған.

Республика парламентында “Берҙәм Рәсәй" фракцияһы етәк­сеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, ­Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән ярҙам күләме буйынса, һис шикһеҙ, төбәктәр араһында алдынғы булып тора.

Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостан Рес­публи­каһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:

– Яҙ көнө үк беҙ тәүгеләрҙән булып махсус операцияла ҡат­нашыусыларҙы хәрби хәрәкәт ветерандарына тиңләү тура­һында закон ҡабул иттек. Уға ярашлы, республика бюджетынан һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ташламалар һәм ике миллион һумлыҡ өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

Бынан тыш, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса 30 саранан торған өҫтәмә пакет тәҡдим иттек. Ул мәктәптәрҙә хәрбиҙәрҙең балаларын бушлай туҡлан­дырыу, уларҙы ял һәм реабилитация урындарына юлламалар менән тәьмин итеү, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы шифахана-курорттарҙа дауалау, уларҙың ғаилә ағзаларына эш табыуҙа ярҙам күрһәтеү һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала.

Хәрбиҙәр өсөн республика бюджеты иҫәбенә кейем һәм күп кенә кәрәк-яраҡ һатып алынды. Республикала М.М. Шайморатов исемендәге Ирек­мәндәр штабы уңышлы эшләй, уның төп маҡсаты – ирек­мәндәрҙең һәм хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләлә­ренә хужалыҡта, матди һәм социаль ярҙам күрһәтеү.

Хәрбиҙәргә даими рәүештә туғандарынан посылкалар, шулай уҡ хәйриә аҡсаһына һатып алынған көнкүреш әйберҙәрен, гигиена кәрәк-ярағын һәм хеҙмәт ваҡытында кәрәк булған башҡа әйберҙәр тапшырып торабыҙ.

Башҡортостанда хәрби­ҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса төбәк саралары системаһы даими камиллаша. Мәҫәлән, республика парламентының сираттағы пленар сессияһында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың туғандарын транспорт һалымын түләүҙән азат иткән закон ҡабул итергә ниәтләнәбеҙ.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: