Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4 декабрҙә Өфөлә VIII “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – заманыбыҙ йүнәлеше” дөйөм Рәсәй юридик форумы була. Сара Рәсәй Федерацияһында юристар көнөнә һәм Рәсәй юристары ассоциацияһы Башҡортостан бүлексәһенең 15 йыллығына арнала.
Форум сараларының лейтмотивы – хәҙерге шарттарҙа Хоҡуҡтың социаль тәғәйенләнеше һәм уның гуманитар функцияһы, төп сараһы – “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – заманыбыҙ йүнәлеше” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй юристары ассоциацияһы рәйесе Сергей Степашин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм башҡалар саҡырылған.
Сарала ҡатнашыусылар илдәге һәм төбәктәрҙәге гуманитар сәйәсәт, Рәсәйҙәге хоҡуҡи киңлектең берҙәмлеген һаҡлап ҡалыу, Рәсәй юристары ассоциацияһының гуманитар проекттары һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.
– Махсус хәрби операция, ҡасаҡтарҙың күпләп килеүе һәм яңы биләмәләрҙең интеграцияһы өр-яңы йәшәү шарттарын талап итә. Беҙҙең дөйөм бурыс – бөтә өлкәләрҙә, шул иҫәптән юрисдикцияла дөрөҫ үҫеш йүнәлешен билдәләү. Әле гуманитар миссияны нығытыу һәм киң таратыу, илебеҙ халҡының именлеге хаҡына һөҙөмтәле эш итеү мөһим. Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә була ала. 15 йыл дауамында ул кеше хоҡуҡтарын яҡлай һәм үҙен юғары профессиональ һәм намыҫлы юристар берләшмәһе итеп күрһәтте, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Форумда Павел Крашенинниковтың “Ҡәбиләнән империяға. Рус дәүләтенең һәм хоҡуғының барлыҡҡа килеүе” китабы менән таныштыралар. Был көндә Өфөнөң Цюрупа урамында дворян Россинскийҙарҙың боронғо йорто эргәһендә билдәле адвокат, күренекле суд эшмәкәре Петр Россинскийға бюст асыу тантанаһы була.
Сараның аҙағында “Йыл юрисы” юридик премияһы тапшырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19556