Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре тураһында яҙҙы.
"Бүрене аяғы туйҙыра тигән әйтем бар, – тигән Радий Хәбиров. – Шуның өсөн көнбайыш санкцияһы шарттарында беҙ һәр ваҡыт яңы партнерҙарҙы эҙләйбеҙ һәм һыналғандары менән эшләйбеҙ. Бөгөн Ырымбурҙа “Халыҡ-ара сауҙа инфраструктура сикләүҙәрен алыу” темаһына Рәсәй менән Ҡаҙағстан халыҡ-ара хеҙмәттәшлегенә арналған 18-се форум бара".
Радий Хәбиров билдәләүенсә, БДБ киңлектәрендә Ҡаҙағстан - Башҡортостандың төп партнеры. Былтыр тауар әйләнеше 1,5 тапҡырға артҡан, йәғни 421 миллион долларға хәтлем еткән. Ә 85 процент – беҙҙең республиканан экспорт. Яҡынса һандар түбәндәгеләрҙе һөйләй: берлектәге сауҙа күләме быйыл 2021 йылдың кимәлен күпкә үтеп китәсәк. Беҙ Ҡаҙағстанға химия сәнәғәте продукцияһын, ағасты, целлюлоза-ҡағыҙ изделиеһын, металды, яғыулыҡ-энергетика комплексын, аҙыҡ-түлекте, ауыл хужалығы сеймалын, машина эшләү тауарҙарын һәм быяла сәнәғәтен экспортлайбыҙ. Коллегаларыма 20-се форумды Өфөлә үткәрергә тәҡдим иттем – Ҡаҙағстан һәм Рәсәй төбәктәре араһында тәрән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу өсөн ҙур теләк менән уңайлы шарттар тыуҙырасаҡбыҙ", – тигән Радий Хәбиров.
Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.