Рәсәй һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенең 18-се форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашып, Ҡаҙағстандағы партнерҙар менән үҙ-ара бәйләнештең киңәйеүе тураһында һөйләне.
"Был форумға артабанғы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе булдырыу мөмкинлеге тип ҡарайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – 2021 йылда ике аралағы хеҙмәттәшлеккә көслө этәргес бирҙек. Башҡортостандың ҙур бизнес-миссияһы Ҡаҙағстанға барҙы. Һөҙөмтәлә даими эш төркөмө төҙөнөк".
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Ҡаҙағстан менән Башҡортостан иҡтисади ғына түгел, ә мәҙәни-гуманитар йәһәттән дә хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, “Оло дала: киңлек. Ваҡыт. Мәҙәниәт” тигән Ҡаҙағстан Милли музейының экспозицияһын Башҡортостанға ла алып килделәр.
"Шуны билдәләргә кәрәк: һөҙөмтәле эш өсөн бурыстар билдәле булырға тейеш, уны үтәү өсөн аныҡ срок кәрәк һәм, әлбиттә, яуаплылыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлекте тап ошо принцип буйынса булдырабыҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.