Ырымбур ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге буйынса 18-се форум ултырышында ҡатнашты. Видеобәйләнеш режимында ике яҡтың президенттары - Владимир Путин һәм Ҡасым-Жомарт Тоҡаев сығыш яһаны.
"Ырымбурҙа ике илдең ҡырҡ тирәһе төбәгенән власть органдары етәкселәре йыйылды, – тине Владимир Путин. – Ошондай киң форматта ике яҡлы хеҙмәттәшлектең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу бара".
Владимир Путин Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатында һөҙөмтәле эш алып барылыуын баһаланы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында Ҡаҙағстан төбәктәре менән төп хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тураһында һөйләне һәм киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне, төбәк-ара хеҙмәттәшлектең 20-се форумын Өфөлә үткәреү тәҡдимен индерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.