Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Ноябрь 2022, 17:45

2,5 миллиондан ашыу документ электрон төргә күсерелгән

Был эш 2025 йылға тамамланырға тейеш.

2,5 миллиондан ашыу документ электрон төргә күсерелгән
2,5 миллиондан ашыу документ электрон төргә күсерелгән

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Росреестр” һәм Башҡортостандың Кадастр палатаһы белгестәре ноябрь аҙағына ҡарата 1998 йылдан архивта ҡағыҙ сығанаҡта һаҡланған 2,5 миллиондан ашыу реестр һәм кадастр эшен сканерлап, яңынан комплектлаған.

“2021 йылдан “Росреестр” электрон документтар әйләнешен яҡшыртыуға, архивтарҙы цифрлаштырыуға һәм ҡағыҙҙа һаҡланған мәғлүмәт һанын кәметеүгә йүнәлтелгән “Туҡта-ҡағыҙ” проектын үҫтерә, – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Петр Клец. – “Мәғлүмәттәрҙең милли системаһы” дәүләт программаһына ярашлы быйылға эштәрҙе электрон төргә күсереүҙең план-графигы раҫланды. Һүҙ хоҡуҡты билдәләү документтары һәм кадастр эштәре хаҡында бара”.

1 апрелдән документтарҙы цифрлаштырыу вәкәләттәре Кадастр палатаһы филиалы белгестәренә тапшырылды. Әле уларҙы электрон төргә күсереү буйынса план-график 102 процентҡа үтәлгән.

Ведомство архивын тулыһынса цифрлаштырыу яҡынса 2025 йылға тамамланырға тейеш. Электрон архив ғариза менән мөрәжәғәт иткәндәрҙең мәғлүмәт менән йылдам танышыуын тәьмин итә һәм ғәҙәти архивтар биләгән майҙанды кәметеү мөмкинлеген бирә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19589

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: