Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Ноябрь 2022, 15:30

Улар халыҡ менән бергә

15 йыл эшләү осоронда Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе ағзалары 45 мең кешегә бушлай консультация биргән.

Улар халыҡ менән бергә
Улар халыҡ менән бергә

4 декабрҙя Өфөлә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Дөйөм Рәсәй юридик форумын һәм Юристар көнөн үткәрәсәк. Ошо айҡанлы бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина брифинг үткәрҙе. Ул буласаҡ форумдың төп темалары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе булдырылыуға 15 йыл тулыу һәм комитеттарының ҡануниәт башланғыстары тураһында һөйләне.

Ирина Панькина белдереүенсә, быйыл юридик форумдың төп темаһы – “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – заманыбыҙҙың йүнәлеше”.

15 йыл эшләү осоронда Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе ағзалары 45 мең кешегә бушлай консультация биргән. Шул иҫәптән быйыл туғыҙ айҙа – 3,5 мең кеше, 2021 йылдың тулы бер йылы тиклем.

– Башҡортостан төбәк бүлексәһе – составы буйынса иң ҙуры. Йәмәғәт юристары – Рәсәй юристар ассоциацияһы ағзалары, республиканың һәр муниципалитетында бар.Әлбиттә, бында иң мөһиме һан яғынан түгел, ә үҙәктән алыҫ урынлашҡан һәр кем юридик консультация ала алыуында. Ә был беҙҙең заманда бик талап ителгән хеҙмәт, – тип билдәләне депутат.

Республикала 78 бушлай юридик ярҙам үҙәге ойошторолған, уларҙа даими нигеҙҙә 1,3 мең юрист эшләй.

Рәсәй Юристар ассоциацияһы 2005 йылда ойошторолған, 2007 йылда Башҡортостанда төбәк бүлексәһе булдырылған. Радий Хәбиров уның тәүге етәксеһе булған. 2016-2019 йылдарҙа Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе булып Андрей Назаров та эшләне. 2021 йылдан алып был вазифаны Ирина Панькина үҙе башҡара.

– Рәсәйҙең ЛХР, ДХР һәм Украинанан ирекһеҙҙән күсеп килгәндәрҙе ҡабул итә башлауының тәүге көндәренән беҙҙең Башҡортостан бүлексәһе юристарҙы уларҙы адаптациялау һәм хоҡуҡи мәсьәләләрен хәл итеүгә ҡушылды. Беҙ ун тапҡыр уларҙың ваҡытлыса урынлаштырыу урындарында күсмә граждандар ҡабл итеү ойошторҙоҡ. 700 самаһы был категория кешеләре хоҡуҡи консультация һәм юридик ярҙам алды, – тине Ирина Панькина.

Шулай уҡ депутат илдә ҡабул ителгән яңы закондар, эшләнмәләр тураһында һөйләне.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: