Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы ниндәй, ул нисек тормошҡа ашырыла? Был мәсьәләләрҙе Өфөлә илдең алдынғы юристары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тикшерәсәк.
4 декабрҙә республиканың баш ҡалаһы, ғәҙәттәгесә, юридик берләшмәне йәлеп итеү үҙәгенә әйләнәсәк, унда Дөйөм Рәсәй юридик форумы үтәсәк. “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы - заманыбыҙ йүнәлеше” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" төп сара буласаҡ. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтың, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Сергей Степашиндың, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйестәше Павел Крашенинниковтың, Рәсәй Юристар ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздевтың, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың ҡатнашыуы көтөлә.
Модераторы – Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина.
"Түңәрәк өҫтәл"гә шулай уҡ Башҡортостан юристары, Рәсәй юристар ассоциацияһы ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 15 йыл эшләү дәүерендә республиканың 45 мең самаһы кешеһенә бушлай юридик консультация күрһәткән. Шул иҫәптән 2022 йылда биш мең кешегә хоҡуҡи булышлыҡ ҡылынған.
Бүлексәлә ҙур иғтибар мәжбүри күскенселәр менән эшләүгә йүнәлтелгән. Улар өсөн хоҡуҡи брошюра сығарылған, унда Рәсәй гражданлығын алыу буйынса аңлатмалар бирелгән, гражданлыҡ, ғаилә, енәйәт хоҡуҡтарының төп моменттары билдәләнгән, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мәғлүмәт күрһәтелгән. Юристар ваҡытлыса тороу пункттарында булып, күскенселәр өсөн лекциялар үткәргән. Был брошюраны нәшер иткән өсөн Петербург халыҡ-ара юридик форумында Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнде, сөнки төбәк бүлексәһе илдең яңы граждандары өсөн ошондай мөһим һәм кәрәкле эшкә беренселәрҙән булып тотондо.
"Гуманитар хоҡуҡи ярҙам – социаль әһәмиәтле йүнәлеш, уны киң йәйелдерергә кәрәк. "Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар менән мәжбүри күскенселәрҙең күпләп килеүен һәм кешеләрҙең Рәсәй гражданлығына инеүен иҫәпкә алып, илдең, төбәктәрҙең гуманитар сәйәсәтен, шулай уҡ Рәсәйҙең хоҡуҡи киңлеген һаҡлау мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ, – тине Андрей Назаров. – Бөгөн Юристар ассоциацияһының филиалдары Башҡортостандың барлыҡ райондарында асылған, шуға күрә республикала йәшәүселәргә бушлай сифатлы юридик ярҙам күрһәтелә. 15 йыл эсендә улар төбәктә – 45 меңдән ашыу, ә ағымдағы йылда биш мең самаһы кешегә консультация биргән".
Ирина Панькина һүҙҙәренсә, Рәсәй хоҡуғы тарихы юристарҙың юғары профессионализм өлгөләренең байтаҡ булыуы билдәле, улар ярҙамында Рәсәй хоҡуҡ мәктәбенең артабанғы быуындар ихтирамын яулаған, үҫешкән традицияларына нигеҙ һалынған. "Беҙ тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булып торабыҙ һәм заман талап иткән яңы парадигманан ситтә ҡала алмайбыҙ. Хәҙерге ысынбарлыҡ, һис шикһеҙ, хоҡуҡтың гуманитар миссияһын заманыбыҙға йүнәлеш итте", – тип билдәләне ул.
Форум шулай уҡ Рәсәй юристары ассоциацияһы Башҡортостан бүлексәһенең 15 йыллыҡ юбилейына арнала.
Фото һәм текст сығанағы: pravitelstvorb.ru/news/19601