Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Декабрь 2022, 18:30

Улар халыҡҡа иң яҡыны

“Берҙәм Рәсәй”гә нигеҙ һалыныуға – 21 йыл.

Улар халыҡҡа иң яҡыны
Улар халыҡҡа иң яҡыны

Илебеҙҙең иң ҙур “Берҙәм Рәсәй” партияһы булдырылыуына бөгөн 21 йыл тулды. Ул әүҙем тормош позицияһы булған кешеләрҙе, илһөйәрҙәрҙе, хәстәрлекле граждандарҙы, ирекмәндәрҙе, бығыусыларҙы берләштереүен, шулай уҡ илебеҙ граждандары файҙаһына тиҫтәләгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуын дауам итә.

Был фотоһүрәттәрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының урындарҙағы бүлексәләре секретарҙары күрһәтелгән. Республиканың һәр районында, ҡалаһында берәр кеше был эшкә йәлеп ителгән. Нәҡ улар халыҡҡа партия фекерен еткерә һәм уның башланғыстарын, проекттарын тормошҡа ашырыуҙа төп "пионерҙар" булып тора.

– Хеҙмәттәштәребеҙҙе, фекерҙәштәребеҙҙе, партия ағзаларын “Берҙәм Рәсәй” партияһының тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ һәм уларға уңышлы эшмәкәрлек, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ. Алға! – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе - партия төҙөлөшө бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнара Кирәева.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/kireeva_g.

Улар халыҡҡа иң яҡыны
Улар халыҡҡа иң яҡыны
Улар халыҡҡа иң яҡыны
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: