Республиканың иң яҡшы юристары юридик фәнгә һәм практикаға индергән өлөшө өсөн наградалар аласаҡ. “Йыл юрисы – 2022” премияһын тапшырыу тантанаһы Өфөлә 4 декабрҙә үтәсәк һәм, ғәҙәттәгесә, Юристар көнөнә арналасаҡ.
Йыл һайын хоҡуҡи дәүләтте формалаштырыуға, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуға, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға, шулай уҡ Рәсәй юридик фәнен үҫтереүгә тос өлөш индергән юристар юридик премия менән билдәләнә. “Йыл юрисы” юғары төбәк юридик премияһын быйыл 11 тапҡыр тапшырасаҡтар.
– Башҡортостанда ысынлап та көслө юридик берләшмә, ә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе эксперттар баһаһы буйынса илдә иң яҡшыһы булып тора, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – “Йыл юрисы” премияһын 2011 йылда иң яҡшы хоҡуҡ белгестәренең һәм юристарҙың эшен билдәләү маҡсатында ойошторҙоҡ. Ул йәмғиәт һәм дәүләт алдындағы ҡаҙаныштарын таныу ул.
Номинациялар араһында: “Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн”, “Закондарҙы үҫтереү”, “Юридик белем һәм тәрбиә”, “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге”, “Хоҡуҡи белем биреү” һ.б. Быйыл традицион номинацияларҙан тыш, “Гражданлыҡ-патриотик өлөш өсөн” махсус премияһы тапшырыла.
2017 йылда Петр Владимирович Россинский һәм Анатолий Васильевич Венедиктов исемендәге премиялар булдырылды. Төрлө йылдарҙа уға Радий Хәбиров, Андрей Назаров, Виктор Блажеев, Бронислав Гонгало, Алексей Касьянов, Илона Макаренко һәм башҡалар лайыҡ булды.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru