4 декабрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – заманыбыҙ йүнәлеше” VIII дөйөм Рәсәй юридик форумына ярашлы ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе сарала ҡатнашыусыларҙы Юристар көнө, шулай уҡ Рәсәй Юристар ассоциацияһы республика бүлексәһенең 15 йыллығы менән ҡотланы.
– Юрист һөнәре йәмғиәт тормошонда бик мөһим һәм ҙур әһәмиәткә эйә. Андрей Геннадьевич менән Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһен ойоштороуға башланғыс һалдыҡ. Бөгөн уның һөҙөмтәле эшен федераль кимәлдә юғары баһалайҙар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең ойошма артында реаль эштәр тора. Хеҙмәттәштәремә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Коронавирус инфекцияһы һәм сит ил санкциялары шарттарында халыҡҡа булышлыҡ иттегеҙ, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә, шулай уҡ Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә ярҙам күрһәттегеҙ. Кешеләргә төплө юридик консультациялар бик мөһим. Һеҙгә ҙур рәхмәт!
Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Сергей Степашин форумдың көн тәртибендәге мөһим мәсьәләләрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Юрист – бик киң төшөнсә. Улар – уҡытыусылар, ғалимдар, адвокаттар һәм нотариустар. Беҙҙе бер нәмә берләштерә: кешеләргә хеҙмәт итеү. Һәм форумдың гуманитар миссияһы тураһындағы көн тәртибе һис ҡасан булмағанса көнүҙәк. Йәмғиәткә хоҡуҡи ярҙам, аныҡ эштәр менән мохтаждарға ярҙам итеү мөһим, – тине Сергей Степашин. – Мин Башҡортостанда күптән булғаным юҡ ине. Һуңғы йылдарҙа республика ярайһы уҡ үҙгәрҙе. Был илдең иң яҡшы юристар ассоциацияһы эшләп килгән көслө төбәге.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм республикаға ярҙам итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге өсөн Сергей Степашинға Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар нормалар сығарыу эшмәкәрлегенең хәҙерге аспекттарын, шулай уҡ мохтаждарға хоҡуҡи ярҙамды тикшерҙе. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников – Рәсәйҙең яңы төбәктәре ҡануниәтен булдырыу, ә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләне.
Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ирина Панкина бөгөн төбәктә ассоциацияның 62 бүлексәһе эшләүе хаҡында һөйләне. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда 45 меңдән ашыу кеше бушлай хоҡуҡи ярҙам алған.
Бынан тыш, форумда ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш режимында Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә эшләгән медицина белгестәре, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан батальоны хәрби хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Өфөнөң “Связист” ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында булған Донбастан күсеп килеүселәр сәләмләне. Улар республика етәкселегенә һәм ассоциация юристарына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Аҙаҡ форумда ҡатнашыусылар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Беҙ аныҡ һәм үтә ябай нәмәләр – хоҡуҡта гуманизм күренеше тураһында һөйләштек. Бөгөн республикабыҙҙың идара итеү командаһының төп бурысы – иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итеү, граждандарыбыҙ алдындағы бөтә социаль программаларҙы һәм социаль йөкләмәләрҙе үтәү. Был – иң мөһиме. Бының өсөн көндәлек режимда эшләйбеҙ. Икенсеһе. Беҙҙең өҫтәмә бурысыбыҙ барлыҡҡа килде. Республикала мобилизацияланған егеттәр күп, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең башҡорт отрядтары ойошторола. Һәм, һис шикһеҙ, уларға билдәле бер ярҙам кәрәк. Улар – ирҙәр, атайҙар һәм махсус хәрби операцияға киткән өлкән йәштәге ата-әсәләрҙең балалары. Республикала уларҙың ҡатындары, балалары, ата-әсәләре тороп ҡалған. Шуға күрә был ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күреүҙе үҙебеҙгә алабыҙ. Һуңғы ике айҙа ғына беҙ 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы күрҙек. Был – гуманизм, хәҙерге заман хоҡуғының гуманитар миссияһы., – тип Башҡортостандың гуманитар сәйәсәте нимәнән ғибәрәт тигән һорауға яуап бирҙе Радий Хәбиров.
Сергей Степашин Республикаға идара итеү үҙәге тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ниндәй тәьҫораттар алыуы мөһим. Әгәр үҙәк уларға яҡшыраҡ йәшәргә ярҙам итә икән, тимәк, бик шәп. Дөйөм алғанда, минең өсөн бик ҡыуаныслы. Республикабыҙҙа күптән булғаным юҡ, бөтә проекттар, шул иҫәптән үҙем шөғөлләнгәндәре буйынса динамика бик яҡшы. Был – авария хәлендәге торлаҡ һәм капиталь ремонт. Республикала төҙөлөш – тейешле кимәлдә. Бөгөн Башҡортостан – Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәренең береһе. Һеҙҙә иҫ киткес идара итеү командаһы. Һәм бында кешеләр яҡшыраҡ йәшәй башлаған.
Павел Крашенинников комитет ҡараған иң көнүҙәк закон проекттары тураһында һөйләне.
– Беренсенән, барығыҙҙы ла Юристар көнө менән ҡотлайым. Рәсәйҙә һәр кеше аҙ ғына булһа ла юрист. Беҙҙең өсөн хоҡуҡтың гуманитар миссияһы ла бик мөһим. Һәр закон йәки кодекс граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға тейеш. Төп закон проекттарына ҡағылышлы һорауҙар. Беҙҙә көҙгө сессияла иң төп закон – ул бюджет. Шуға ярашлы, беренсе һәм икенсе уҡыуҙар араһындағы хәлде иҫәпкә алып, бюджет ныҡ үҙгәрҙе. Яңы биләмәләр барлыҡҡа килде, һәм беҙҙең бурысыбыҙ – дүрт яңы төбәк беҙҙең хоҡуҡи, иҡтисади, социаль киңлеккә инһен өсөн барыһын да эшләү. Ошо яңы биләмәләрҙең һәм унда йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡларға тейешбеҙ. Былар барыһы ла юғары гуманитар кимәлдә ойошторолһон өсөн. Шуны ла билдәләп үткем килә: Башҡортостандағы Юристар ассоциацияһы бүлексәһенә 15 йыл. Беҙ ҙә был байрамды билдәләйбеҙ, – тине.
Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Рәйесе Ирина Панькина махсус хәрби операция башланыу менән бүлексә эшмәкәрлегенең нисек үҙгәреүе тураһында һөйләне.
– Ябай булмаған ваҡыт үҙенең шарттарын ҡуя. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып беҙ эшкә тотондоҡ һәм яңы йүнәлештәребеҙҙе – Донбастан күсеп килергә мәжбүр булған кешеләргә ҡарата хоҡуҡи патронажды стратегиялаштырҙыҡ. Коллегаларыбыҙ ваҡытлыса тороу пункттарында 10 күсмә консультация үткәрҙе, 700 кешегә хоҡуҡи ярҙам күрһәтте. Бер кем дә ишетелмәйенсә ҡалманы.Бынан тыш, беҙ махсус брошюра – хоҡуҡи алгоритм әҙерләнек. Ғәмәлдәге ҡануниәт позицияһынан Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирергә тырыштыҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.