Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаевтың телеграм-каналынан:
“Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Клебановты транспорт һәм юл хужалығы министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Бер сәғәт элек коллективты яңы етәксе менән таныштырҙым. Александр Владимирович ведомство өсөн таныш кеше. Уҙған йылдың октябренән Башҡортостандың Транспорт министрлығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһында эшләне, тимәк, республика ведомствоһының эш механизмдарын белә.
Ул – компетентлы белгес. Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә системалы алымы артабан да ведомствоның һөҙөмтәле эшенә булышлыҡ итер, ә коллектив уға ярҙам итер, тип ышанам.
Беҙҙең төп бурыс – Башҡортостанды граждандар өсөн уңайлы итеү, алда ҙур инфраструктура объекттарын ғәмәлгә ашырыу, юл төҙөлөшө, транспорт системаһын үҫтереү, шул иҫәптән транспорт хәүефһеҙлеген һәм халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу кеүек эштәр.
Хәйерле юл, Александр Владимирович!
Сәләмәтлек, көс, сабырлыҡ һәм, әлбиттә, уңыштар!”
Фото А. Марзаевтың сәхифәһе.