Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Декабрь 2022, 20:30

Яңы министр тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы...

Яңы министр тәғәйенләнде
Яңы министр тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры итеп Александр Клебанов тәғәйенләнде.

Белешмә:

Клебанов Александр Владимирович 1976 йылдың 20 авгусында Мәскәүҙә тыуған. Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетын тамамлаған, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында ҡайтанан әҙерлек үткән.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда 1-се Мосстроймеханизация тресының 2-се механизация идаралығында слесарь булып башлай.

1992 - 2017 йылдарҙа коммерция ойошмаларында етәксе вазифаларын биләй.

2018 - 2021 йылдарҙа – Пермь крайы транспорт министрлығының транспорт хеҙмәтләндереүе идаралығы начальнигы.

2021-2022 йылдарҙа ­– Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: