6 декабрҙә 15 – 18 сәғәттә “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге офистарында “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшҡыуарҙарға, ойошмалар вәкилдәренә һәм граждандарға күсемһеҙ милек менән эш итеү мәсьәләләре буйынса һорауҙарға яуап бирә.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова һүҙҙәренә ҡарағанда, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге урындарға 12 тапҡыр сыҡҡан, күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыу, ер ҡануниәте буйынса һәм башҡа һорауҙарға яуап биргән.
“Кәңәш мөрәжәғәт иткән граждандарға бушлай күрһәтелә. Был – ағымдағы йылда һуңғы консультация. Киләһе йылда ла ошондай сараларҙы үткәреүҙе дауам итеүҙе планлаштырабыҙ”, - тип хәбәр итте республиканың Күп функциялы үҙәге директоры урынбаҫары Эльвира Ғәбдрәхимова.
Сараға Өфөләге 15, Салауат, Сибай, Учалы, Күмертау, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларындағы офистар йәлеп ителгән.
Бүлексәләр эшмәкәрлеге тураһында +7 (347) 246-55-33 / +7 (927) 3333 100 телефондары буйынса шылтыратып йәки mfcrb.ru рәсми сайтында белешергә мөмкин.
Фото: sib-worker.ru