Илебеҙҙең төп документы – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә илебеҙҙең тауыш биреүгә хоҡуғы булған граждандарының тауыш биреү юлы менән ҡабул ителә. Ә инде 2020 йылдың 1 июлендә Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр Бөтә Рәсәй тауыш биреүе барышында раҫлана. Ә инде 2022 йылдың 5 октябрендә Конституцияның 65-се статьяһы тексында Рәсәй Федерацияһының яңы субъекттары — Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләренең атамалары өҫтәлде.
Башҡортостан парламентарийҙары ла 2020 йылда төҙәтмәләр менән ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһының тексын әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙең әһәмиәте тураһында фекере менән уртаҡлашты:
– Төп Законды ҡабул итеү федерализм үҫешендә, дәүләтселекте нығытыуҙа һәм киҫкен социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йәмғиәтте туплауҙа ышаныслы хоҡуҡи механизмдар булдырыуҙа мөһим роль уйнай.
Дәүләттең үҫеше, ғәҙеллек һәм законлылыҡ нигеҙендә граждандар йәмғиәтен төҙөү – туҡтауһыҙ эшмәкәрлек. Айырым этаптарҙа йәмғиәттең прогрессив үҫешенә яңы этәргес биреү өсөн закондар сығарыу базаһын камиллаштырыу талап ителә. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 2020 йылда индерелгән үҙгәрештәр шундай этәргес булды. Яңыртылған Конституция положениелары Рәсәй Федерацияһының суверенитетын нығытты, илебеҙ биләмәһендә Рәсәй ҡануниәтенең халыҡ-ара хоҡуҡтан өҫтөнлөгөн иғлан итте.
Социаль гарантиялар булдырылды. Балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү, граждандарҙа үҙ һаулығына ҡарата яуаплы мөнәсәбәт булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу тезистары нығытылды. Илһөйәрлек тәрбиәләүгә һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән положениелар индерелде. Тарихи хәҡиҡәтте һаҡлау, йәмәғәт власының берҙәмлеген тәьмин итеү, урындағы үҙидараны үҫтереү мөһим өҫтөнлөктәр тип иғлан ителде.
Башҡортостан Парламенты республика ҡануниәтен Рәсәй Федерацияһының яңыртылған Конституцияһына тап килтереү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бөтә Рәсәй йәмғиәтенең төп ҡиммәттәренә, йүнәлештәренә ҡағылышлы нигеҙләнгән тезистар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында сағылыш тапты һәм үҫеш алды.
Төп документ бөтә ҡануниәттең нигеҙе булып тора. Барлыҡ хоҡуҡи база Конституция нигеҙендә һәм уға ярашлы төҙөлгән. Конституция нормалары тулыһынса ғәмәлгә инһен өсөн, улар республика закондарына йәнле берләшергә, ғәмәлдәге положениеларға бәйле булырға тейеш, шуға күрә Конституцияла республика ҡануниәтендә нығытылған принциптарҙы тормошҡа ашырыу бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының закондар сығарыу эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Башҡортостан халҡының киләсәге уларҙың конституцион хоҡуҡтарын, закон алдында тигеҙлеген тәьмин итеү менән айырылғыһыҙ бәйле. Был йәһәттән бөгөнгө бурысыбыҙ – Конституция иғлан иткән ҡиммәттәрҙе һаҡлау, йәмғиәтебеҙҙә тыныслыҡты, татыулыҡты һаҡлау маҡсатында уның положениеларын теүәл үтәү.
Фото: pravilamag.ru