Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Декабрь 2022, 17:30

Ғилми роталарынға ете егетебеҙ юлланды

“Хеҙмәткә саҡырылыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, улар һәр ваҡыт намыҫлы хеҙмәт итә”.

Ғилми роталарынға ете егетебеҙ юлланды
Ғилми роталарынға ете егетебеҙ юлланды

Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Башҡортостандан ете егет Рәсәй Оборона министрлығының ғилми роталарына юлланды, шул иҫәптән бишеһе Анапа ҡалаһындағы “ЭРА” хәрби инновациялы технополиста хеҙмәт итәсәк.

2014 йылдан алып республиканан ғилми роталарға 110 кеше ебәрелгән. Уларҙың күбеһе килешеү төҙөп, Ҡораллы Көстәр сафында ғилми эшмәкәрлеген дауам итә.

“Хеҙмәткә саҡырылыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, улар һәр ваҡыт намыҫлы хеҙмәт итә”, – тип белдерҙе респубика Хөкүмәте Премьер-министры Ирек Сәғитов.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Бөгөн уҙған кәңәшмәлә яуаплы ведомстволар менән урындағы хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының эше, граждандарҙы медицина тикшереүе эшенең сифаты, башҡа көнүҙәк темалар тикшерелде.  

Фото: t.me/sagitovirek/1942.

Ғилми роталарынға ете егетебеҙ юлланды
Ғилми роталарынға ете егетебеҙ юлланды
Ғилми роталарынға ете егетебеҙ юлланды
Ғилми роталарынға ете егетебеҙ юлланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: