"Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә тормошобоҙҙоң бөтә яҡтарына ентекле туҡталып, алда торған мөһим бурыстарҙы, хәл итәһе мәсьәләләрҙе билдәләне.
Бөгөнгө сәйәси хәл-торошҡа аныҡ баһа биреп, ул илебеҙҙең ҡатмарлы осор кисереүенә, әммә эшебеҙҙең уң, йәғни дөрөҫ булыуына айырым баҫым яһаны. Эйе, әлеге ваҡиғалар, илебеҙгә ҡарата ҡыҫым беҙҙе тағы ла берҙәмерәк, көслөрәк итте. Ватанға һөйөү һәм тоғролоҡ халҡыбыҙға ҡан хәтере менән һалынған һәм шуның менән көслөбөҙ ҙә. Башҡортостан быуаттар дауамында Рәсәйҙең ышаныслы таянысы булды һәм әле лә шулай булып ҡала.
“Бөгөн Рәсәй Владимир Владимирович Путин етәкселегендә донъя кимәлендә элекке данын һәм абруйын ҡайтарҙы”, - тип билдәләне республика Башлығы. Шулай уҡ йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәлә илебеҙҙең яңынан-яңы хеҙмәттәшлек ептәре булдырып, ышаныслы партнерҙарын арттыра барыуы, үҙен иҡтисади, хәрби йәһәттән ҡеүәтлерәк дәүләт итеп танытыуы һәм донъяла ғәҙеллек, тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса аныҡ маҡсат-ниәттә эш итеүе айырып билдәләнде.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына ярҙам саралары, рухи теләктәшлек күрһәтеү тураһында ла ентекле һөйләне. Был йәһәттән республика етәкселеге тарафынан булдырылған логистика үҙәге ҙур һәм мөһим эш алып бара. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына тәғәйен 30-ҙан ашыу төрҙәге төбәк ярҙам саралары, аҡсалата түләүҙәр, көнкүрештәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ихлас ярҙам өлгөләре – былар барыһы ла республика етәкселегенең әлеге йүнәлештәге эштәрҙе аныҡ һәм төплө уйлап алып барыуын, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, ойошҡанлығын, ауырлыҡ килгәндә туплана белеү һәләтен күрһәтә.
Башҡортостан Башлығы сәнәғәт, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән, туризм һәм башҡа тармаҡтарҙың һәр береһе алдында торған бурыстарға айырым туҡталып, эшмәкәрлеккә төплө анализ яһаны, тәү сиратта хәл итәһе һорауҙар, бурыстар тураһында әйтте. Һәр тармаҡта ла иң тәүге урында Хеҙмәт Кешеһе, уның мәнфәғәттәре торорға тейеш тип билдәләне.
Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, киләһе 2023 йыл “Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы” булараҡ үтәсәк. Был беҙҙең алға яңы бурыстар ҡуя, әммә ул бурыстар һәр кем өсөн изге һәм яҡын булыр тип ышанам, сөнки һүҙ тыуып үҫкән ереңә ярҙам итеү, рәхмәт хисеңде белдереү тураһында бара.
Бөгөн тыуған илгә һөйөү, тыуған ереңә тоғролоҡ һүҙҙәр менән түгел, аныҡ эштәр менән раҫланған заманда йәшәйбеҙ. Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылының да ошоға булышлыҡ итеренә, матур һөҙөмтә биреренә шигем юҡ, - тине Вәдүт Ғәйфулла улы.
Фото: vk.com/id99411513