Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән Башҡортостандың Конституция Советында вазифаларҙы биләүгә кандидаттарҙы раҫланы.
– Башҡортостан Республикаһының Конституция Советына әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Конституция суды рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән Хәйҙәр Вәлиев етәкселек итәсәк. Хәйҙәр Арыҫлан улы – төрлө өлкәләрҙә ҙур тәжрибә туплаған кеше. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булды, республика Башлығы идаралығында кадрҙар сәйәсәте менән шөғөлләнде. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Конституция судында эшләне. Юғары квалификация һәм ҙур һөнәри тәжрибә Хәйҙәр Арыҫлан улына Конституция Советы эшен оптималь рәүештә төҙөргә мөмкинлек бирә, был беҙҙең республикала конституцион законлылыҡты нығытыуға булышлыҡ итәсәк, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостан Республикаһының Конституция Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын әле Башҡортостан Республикаһының Конституция суды судьяһы булған Владимир Крылов биләйәсәк. Конституция Советы секретары бурыстарын Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының фәнни һәм ойоштороу эштәре буйынса проректоры, ошо уҡ уҡыу йортоноң конституция һәм административ хоҡуҡ кафедраһы мөдире Светлана Сафина башҡарасаҡ.
– Башҡортостан Республикаһының Конституция суды үҙ эшен тамамлай һәм бөтөрөлә. Функцияларының бер өлөшө яңы органға — Башҡортостан Республикаһының Конституция Советына тапшырыла. Ул республика парламенты ҡарамағында ойошторола һәм 2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Конституция Советының төп бурысы – республиканың Төп законының юғары юридик көсөн тәьмин итеү. Атап әйткәндә, Конституция Советы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдим ителгән закон проекттарына тап килеүенә ҡарата һығымта бирәсәк. Яңы орган закондар проекттарын тәҡдим итеү хоҡуғына эйә, – тине Константин Толкачев.
Фото: vk.com/club, rb7.ru