Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Декабрь 2022, 17:30

Беҙ бирешмәйәсәкбеҙ!

Республика Башлығы парламент һәм йәмғиәт алдына көстәрҙе мөмкин тиклем туплау бурысын ҡуйҙы, тине Константин Толкачев. 

Беҙ бирешмәйәсәкбеҙ!
Беҙ бирешмәйәсәкбеҙ!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итте. Уны депутаттар менән бергә власть органдары вәкилдәре, йәмәғәтселәр, ғалимдар, дин әһелдәре һәм башҡалар тыңланы. Уның буйынса үҙ фекере менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев уртаҡлашты.

– Бөгөн илебеҙ Көнбайыш менән туранан-тура ҡаршылыҡ хәлендә. Геосәйәси низағ ҡораллы бәрелеш рәүешендә генә түгел, иҡтисади йүнәлештә лә үҫешә. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, беҙ бөгөн һынылыш осоронда йәшәйбеҙ, әммә илебеҙ бирешмәй, сөнки дөрөҫлөк беҙҙең яҡта икәнлеген беләбеҙ. Владимир Владимирович Путин ҡарамағында хәҙерге Рәсәй донъяла элекке абруйын кире ҡайтарҙы, тип билдәләне республика Башлығы. Яңы союздаштар һәм партнерҙар таба. Хәрби, иҡтисади ҡеүәт үҫә. Республика Башлығы парламент һәм йәмғиәт алдына көстәрҙе мөмкин тиклем туплау бурысын ҡуйҙы. Республиканың эҙмә-эҙлекле үҫеше, уның иҡтисади һәм социаль тотороҡлолоғо илебеҙҙең көсәйеүенә өлөш индерергә тейеш. Яҡын киләсәктә был төп йүнәлеш булып тора ла инде, - тине ул.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: