

Бөгөн республикабыҙҙа мөһим сәйәси ваҡиға. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Әлеге ваҡытта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 49-сы ултырышы башланды.
Сарала Башҡортостандан Рәсәй Федерация Советындағы сенаторҙар һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәк Хөкүмәте ағзалары, башҡарма власть органдары һәм федераль ведомстволарҙың территориаль подразделениелары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары, социаль, мәҙәни, мәғариф учреждениелары вәкилдәре, традицион конфессияларҙың лидерҙары, шулай уҡ махсус хәрби операциялағыларҙың ғаиләләре ҡатнаша.
– Ҡәҙерле ватандаштар. Бынан дүрт йыл элек беренсе Мөрәжәғәтнамәм менән сығыш яһағанда ошо көнгә тиклем ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килерен бер кем дә белмәй ине. Бер нисә йыл пандемия һынаны, әле донъяла сәйәси-хәрби хәлдәр киҫкенләште. Иҫ китмәле санкциялар баҫымы аҫтында эш итәбеҙ. Әммә Президентыбыҙ Владимир Путин осоронда Рәсәй элекке абруйын ҡайтарҙы, яңы союзниктар һәм партнерҙар табабыҙ, хәрби һәм иҡтисади ҡеүәтте нығытабыҙ, – тип башланы Радий Фәрит улы.
Мөрәжәғәтнамәнең тәүге өлөшө махсус хәрби операцияға ҡағылды. Радий Хәбиров белдереүенсә, Рәсәй яугирҙәре илде нацизмдан һаҡлай.
– Улар араһында беҙҙең меңәрләгән мобилизацияланғандар, доброволецтар бар. Икенсе аҙнала Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө доброволецтар батальонын юлға оҙатасаҡбыҙ. Беҙ улар өсөн борсолабыҙ, барыһы ла - ысын геройҙар, – тине төбәк етәксеһе.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, Башҡортостан менән Донбасс төбәктәренең бәйләнеше ныҡлы. Унда беҙҙең геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов тураһында хәтерҙе һаҡлайҙар. Ә республика көнөндә ДХР Башлығы Денис Пушилин ҡатнашлығында Совет майҙанында легендар командирға һәйкәл асылды.
– Әле ауыр хәрби бәрелеш бара, унда хәрби юғалтыуҙар бар. Беҙҙең өс геройыбыҙ – Тамерлан Илһамов, Максим Серафимов, Игорь Насибуллин. Йөҙәрләгән егеттәребеҙ ҡаһарманлығы өсөн миҙалдар менән бүләкләнде. Бөгөн залда уларҙың туғандары бар. Әйҙәгеҙ, бер минутлыҡ тынлыҡ менән уларҙы иҫкә алайыҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Башинформ.