Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бөгөнгө Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең ҙур ғына өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең ғаиләләренә һәм яҡындарына республика кимәлендә ярҙам итеү сараларына ҡағылды.
– Хәрбиҙәргә, доброволецтарға, уларҙың туғандары һәм яҡындарына терәк булыуҙы шәхси үҙемдең һәм идара итеү командаһының бурысы тип иҫәпләйем. Беҙ сәнәғәт предприятиеларының, ойошмаларҙың, республика халҡының ярҙамы тупланған логистик үҙәк булдырҙыҡ. Бының өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт! Төбәк түләүҙәре булдырҙыҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына 30-ҙан ашыу яңы ярҙам сараһын ҡабул иттек. Шулай уҡ Яңы йылға тиклем уларға 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Район һәм ҡала хакимиәттәренән, Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы әүҙемселәренән яугирҙәрҙең ғаиләләренә тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорайым, – тине Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәтнамә буйынса фекерҙәре менән Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова уртаҡлашты.
– Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төп йүнәлеш – һәр кем һөҙөмтә өсөн эшләй. Шуның менән бәйле 2023 йылды Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип билдәләргә ҡарар ителде лә инде. Һәр кем хәленән килгәнде эшләргә тейеш, егеттәребеҙ илдең суверенитетын яҡлаған осорҙа ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай.
Радий Фәрит улы үҙ сығышын көтөлгәнсә төп теманан – махсус хәрби операциянан, мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙән һәм һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланы. Ҙур ярҙам саралары комплексы тураһында ҡарар ҡабул ителде, ошо иҫәпкә ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҙә инә. Ғаиләләрҙең үтенесенә тиҙ арала яуап биреү өсөн генерал Шайморатов исемендәге махсус штаб булдырылды.
Нацизмды еңеү теләгендә Башҡортостан халҡының һәм бөтә илдең берҙәмлеге ҙур булыуын күрәбеҙ. “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе булараҡ, кешеләрҙең беҙгә төрлө ярҙам тәҡдиме менән даими мөрәжәғәт итеүен күрәм. Штабта шулай уҡ махсус хәрби операция буйынса мәсьәләләрҙе хоҡуҡи йәһәттән яйға һалыу өсөн яуап бирәбеҙ, йөҙәрләгән кеше беҙҙең ярҙамды алды, яугирҙәрҙең хоҡуҡтары тергеҙелде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә госпиталдәрҙә яраланыуҙан һуң һаулығын нығытҡан һалдаттар өсөн икенсе гуманитар миссия төҙөйбөҙ.
Бөтә ил буйлап яҡташтарыбыҙға госпиталдәрҙә ярҙам күрһәткән әүҙемселәргә, бөтә республика буйынса ғаиләләргә булышлыҡ иткән ирекмәндәргә ҙур рәхмәт. Ысынлап та, берҙәмлектә – көс.
Бөгөн республика етәксеһе үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Президент һәм армия тирәләй дөйөм тупланыуҙың мөһимлеген тағы бер тапҡыр билдәләне. Уртаҡ Еңеүҙе аныҡ эштәр менән яҡынайтасаҡбыҙ! – тине ул.
Фото: ufa.bezformata.com