Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның сығышы һәр ваҡыттағыса бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекере менән уртаҡлашты.
– Радий Фәрит улы сығышын төп темаға – махсус хәрби операциянан, мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙән башланы. Ғаиләләрҙең үтенестәренә оператив яуап биреү маҡсатында ярҙам саралары тупланмаһы, шул иҫәптән ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр буйынса ҡарар ҡабул ителгән, генерал Шайморатов исемендәге махсус штаб булдырылған.
Нацизмды тар-мар итеү һәм илебеҙҙең именлеген тәьмин итеү теләге Башҡортостан һәм бөтә ил халҡын туплағанын күрәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһының Ирҙәр советы етәксеһе булараҡ, хәрби әҙерлек үткән егеттәребеҙ янына барып, кәрәкле кейем һәм әйберҙәр тапшырҙым, шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү үткәрҙем. Шулай уҡ Башҡорт батальондары егеттәренә махсус хәрби операция урынына барған гуманитар автоколонна менән кейем, аҙыҡ-түлек ебәрҙек. Һәм был эш артабан да дауам итәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы шулай уҡ 2023 йылда күҙәтеү органдарына ауыл хужалығы ерҙәрен инвентаризациялауҙы үткәрергә, ҡулланылмаған ерҙәрҙе асыҡларға һәм теләгәндәргә тапшырырға ҡушты.
Мин был күрһәтмәне урынлы тип ҡарайым, уҙған аҙнала күҙәтеү органдарына ҡулланылмаған ауыл хужалығы ерҙәрен тартып алыу һәм ауыл хужалығы культураларын үҫтерергә теләгәндәргә һатыу хоҡуғы биргән закондарға үҙгәрештәр индерҙек (12.12.22 йыл).
2023 йылды Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был ҡарарҙы дөрөҫ тип иҫәпләйем, сөнки һәр беребеҙҙең тыуған иле, көс биргән урыны бар, ул шунда тыуған, тәү башлап аяҡ баҫҡан, үҫкән, ата-әсәһенең һәм ата-бабаларының һуңғы төйәге булған ер. Һәр беребеҙ үҙ ауылына, ҡалаһына ярҙам итергә бурыслы. 2023 йылда тыуған ауылыма ярҙам итергә тағы бер уйым бар ине.
Ауыл халҡы өсөн тағы ла бер яҡшы яңылыҡ – Башҡортостан Башлығы ауыл урамдарын яҡтыртыу өсөн өҫтәмә 300 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.
Урал аръяғында йәшәүселәр өсөн, бигерәк тә Сибай ҡалаһы, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары өсөн яҡшы яңылыҡ – 2023 йылда Сибай-Аҡъяр юлын ремонтлаясаҡтар. Был мәсьәлә ошо райондарҙа йәшәгәндәр өсөн көнүҙәк ине.
Башҡортостан үҫеше, халыҡ мәнфәғәте өсөн башҡа бик күп пландар әйтелде. Хәҙер уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн бергәләп эшләргә кәрәк, – тине Зариф Байғусҡаров.
Фото: “Башҡортостан” гәзите сайтынан.