Республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан иткән указға ҡул ҡуйҙы. Документ (указ) хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты һәм үҙ көсөнә инде.
Унда Башҡортостан Хөкүмәте ойоштороу комитеты составын һәм саралар планын раҫларға, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанслау сығанаҡтарын табырға тейеш тип яҙылған. Шулай уҡ район һәм ҡала хакимиәттәренә урындарҙа ойоштороу комитеттары булдырыу тәҡдим ителгән.
Радий Хәбиров 15 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ошо хаҡта хәбәр иткәйне.
– Һәр кешенең тыуған ер менән бәйләнеше, атайсалына изгелек эшләү теләге бар. Кемдер күберәк, кемдер аҙыраҡ, әммә барыбыҙ ҙа бәләкәй ватаныбыҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, күҙ алдына килтерегеҙ – һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ. Минеңсә, республиканың барлыҡ халҡы ла уны юғары баһалар, – тине Республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novost.