Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Декабрь 2022, 03:45

Тәҡдим халыҡты берләштерәсәк

Рөстәм Ишмөхәмәтов: "Һәр кешенең үҙенең тыуған ере менән бәйләнеш тотоуға, тыуған ауылы, ҡалаһы, районы, урамы, йорто өсөн файҙалы эштәр башҡарыуға ынтылыуы тәбиғи күренеш"

Тәҡдим халыҡты берләштерәсәкТәҡдим халыҡты берләштерәсәк
Тәҡдим халыҡты берләштерәсәк

Кисә Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Әле уның буйынса фекерҙәр алышыуҙар бара. Мәғлүм булыуынса, 2023 йыл Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип аталасаҡ.  Ошо йәһәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов фекере менән уртаҡлашты.

– Кисә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Республика Башлығының 2023 йылды Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итеү тәҡдиме һәр кемдең күңелендә ыңғай фекер тыуҙырғандыр, тип ышанам. Һәр кешенең үҙенең тыуған ере менән бәйләнеш тотоуға, тыуған ауылы, ҡалаһы, районы, урамы, йорто өсөн файҙалы эштәр башҡарыуға ынтылыуы тәбиғи күренеш. Ә күптәр быны эшләргә тырыша. Әммә бындай эшмәкәрлек юғарынан яҡлау табып, даими рәүештә алып барылһа, тотош республиканы ошо уртаҡ маҡсат берләштерһә – икеләтә яҡшы.

Әйткәндәй, республика Башлығы тәҡдиме буйынса башланғыс алған “Атайсал” проекты тормошобоҙға шаулап килеп инде. Уға күп кеше шатланып ҡушылды, бихисап мөһим проекттар тормошҡа ашырылды һәм әле лә был эш дауам итә. Ә бит тәҡдим, дөйөм алғанда, шундай уҡ. Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы был яҡшы башланғысты үҫтерәсәк, республиканың барлыҡ халҡын, шул иҫәптән быға тиклем тыуған иленә нисек ярҙам итә алыуы тураһында уйламағандарҙы ла берләштерәсәк, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.   

Фото: vk.com/rustish02

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас