22 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан» ДТРК-һы һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы етәкселәренең һорауҙарына яуап бирә. Һүҙ республиканың 2022 йылдағы төп ҡаҙаныштары һәм төбәк халҡын борсоған мәсьәләләр хаҡында барасаҡ.
Радий Хәбировтың ҙур интервьюһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24» телеканалдарында, шулай уҡ республика Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә һәм кесе йома киске сәғәт 7-лә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында (текст вариантында) эфирға сыға.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/160360.html