Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Декабрь 2022, 19:45

"Яңы мәктәп" проекты нисек ғәмәлгә ашырылған?

Уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандар бүләкләнде.

"Яңы мәктәп" проекты нисек ғәмәлгә ашырылған?
"Яңы мәктәп" проекты нисек ғәмәлгә ашырылған?

"Яңы мәктәп" федераль партия проектының Йәмәғәт советы ултырышы үтте. Унда партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Минәзев һәм башҡалар ҡатнашты. Видеоконференция бәйләнешен файҙаланып уҙғарылған сараға “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләренең башҡарма секретарҙары, төбәктең уҡыу йорттары директорҙары ҡушылды.

Ултырыш барышында 2022 йылда Башҡортостанда мәктәп белем биреү системаһын яңыртыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм 2023 йылға пландар тикшерелде. Модератор булып “Яңы мәктәп” федераль партия проектының Башҡортостан Республикаһындағы координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин сығыш яһаны. Ул быйыл программаны тормошҡа ашырыуҙа эште ойоштороуҙың төп үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

– “Яңы мәктәп” партия проектының эшсе төркөмө ултырышында Башҡортостанда мәктәп инфраструктураһын яңыртыу буйынса уҙған йыл һөҙөмтәләрен йомғаҡланыҡ һәм киләһе йылға бурыстарҙы билдәләнек. Иң ҙуры – былтырғы мәсьәләләрҙе көн үҙәгенә сығарыу һәм 2023 йылдың сентябренә бөтә 77 мәктәп уҡыу йылы башына балаларҙы ҡабул итһен өсөн проектта ҡатнашыусыларҙы ойоштороу. Яңыртылған биналарҙа яңы ҡорамалдар, белем биреү процесы буйынса яңы талаптарға яуап биргән уҡытыусылар әҙерләнде, — тип билдәләне проект координаторы.

Видеоконференция бәйләнеше ярҙамында ҡайһы бер район вәкилдәре 2022 йылда республикала проектты тормошҡа ашырыу тәжрибәһе тураһында хәбәр итте.

–  Яҙҙан алып республика биләмәһендә “Яңы мәктәп” партия проекты тормошҡа ашырыла. Күп кенә уҡыу йорттары уға ингән һәм был бик ҡыуаныслы, сөнки уларҙың барыһы ла яңыртыуға мохтаж, ҡайҙалыр капиталь ремонт кәрәк. Проекттың маҡсаты — уҡыу процесында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла: уҡыусыларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә уңайлы шарттар булдырыу. Был эштә ата-әсәләр йәмәғәтселеге килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү маҡсатында мәктәптәр, партия кураторҙары, йәмәғәт ойошмалары етәкселеге менән берләште. Улар - күп ваҡытын мәғариф биналарында үткәргән кешеләр. Проектта ҡатнашыусы һәр муниципалитетта республика кимәлендә урындағы штаб һәм Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы өлкә штабы ойошторола. Байтаҡ эш башҡарылды, бөтә фекерҙәр, теләктәр иҫәпкә алынды. Конструктив диалогта бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, – тип белдерҙе Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, ата-әсәләрҙең йәмәғәт контроле штабы рәйесе Лида Иҫәргәкова.

Сара бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.

Шәхси эшҡыуар Павел Гнилобоков әүҙем гражданлыҡ позицияһы, инициативаһы һәм мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыуға индергән шәхси өлөшө өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы генераль советы секретары Андрей Турчактың рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Әүҙем гражданлыҡ позицияһы, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыуға индергән тәҡдиме һәм шәхси өлөшө өсөн "Берҙәм Рәсәй" партияһы өлкә башҡарма комитеты етәксеһенең, партияның Башҡортостан өлкә бүлексәһе секретары урынбаҫарының рәхмәт хаттары менән Стәрлетамаҡ ауылы башланғыс урта мәктәбе директоры Рәмил Ғәлиев, Нефтекама ҡалаһының 9-сы урта мәктәбе директоры Резида Ғабдрахманова, Енғалыш (Шишмә районы) ауылы урта мәктәбе директоры Елена Яковлева, Краснокама районы Арлан ауылы мәктәп-интернаты директоры Татьяна Шапиева, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн Салауат коррекция мәктәбе директоры Татьяна Турбина бүләкләнде.

“Яңы мәктәп” федераль проекты сиктәрендә мәктәп белеме системаһын модернизациялау федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһенең, Башҡортостан өлкә бүлексәһе секретары урынбаҫарының рәхмәт хаттары Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының капиталь ремонт, матди-техник базаны үҫтереү һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы Рәсих Бәхтиевкә, ошо уҡ бүлектең баш белгес-эксперты Земфир Үҙәмбаевҡа тапшырылды.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: