23 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Юғары судында судьялар, суд системаһы ветерандары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында тантаналы сара үтте. Унда республиканың Юғары суды рәйесе бурыстарын башҡарыусы Иван Семенов, судьялар Советы рәйесе Татьяна Писарева, “Рәсәй судьялары берләшмәһе” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Азат Ғизәтуллин, административ эштәр буйынса суд коллегияһы рәйесе Булат Мәсәғүтов, әле эшләгән һәм почетлы ялда булған судьялар, шулай уҡ Юғары Суд аппараты эшселәре булды.
Иван Семенов Башҡортостан Республикаһында суд барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы бөтәһен дә ҡотлап сығыш яһаны. "Республиканың суд системаһы һәр саҡ законлылыҡты яҡлаусы – намыҫлы, ғәҙел һәм бойондороҡһоҙ булып, бер быуатҡа тиң ҙур юлын үткән", – тине Иван Сергеевич.
Шулай уҡ ул сығышында төбәк судьяларының юғары компетентлығы, принципиаллеге, кешеләргә иғтибарлылығын билдәләне, был сифаттарҙың киләсәктә лә законлылыҡты, ғәҙеллелекте яҡлауға, суд власының абруйын нығытыуға булышлыҡ итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Суд коллективына хеҙмәт бурысына тоғро ҡалғандары, үҙ эшенең оҫталары булғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Юғары судының элекке рәйесе, әле иһә дөйөм юрисдикцияның Бишенсе кассация суды рәйесе Михаил Тарасенко ҡотланы.
– Республикала үткән эш йылдары күңелемдә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы. Башҡортостан, һәр берегеҙ – мәңге күңелемдә. Рәсәй Федерацияһының иң эре суд системаларының береһе етәксеһе булараҡ, шуны әйтәм: формалашыу осоро, бигерәк тә тәүҙә, бик ауырға тура килде. Республиканың суд системаһын камиллаштырыу һәм үҫтереү юлында күп нәмәне еңеп сығыу бурысы торҙо. Бөгөн иһә һеҙгә рәхмәт менән мөрәжәғәт итеп, беҙ быны эшләй алдыҡ, тип әйтәм. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине. Яҙмышыма, Рәсәй Федерацияһы Юғары суды етәкселегенә, мине Башҡортостанға алып килгән ваҡиғаларға һәм кешеләргә рәхмәтлемен. Был фекерҙәштәр даирәһендә көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы йылдар, эштәр, ваҡиғалар менән тулған йылдар булды.
Республиканың Юғары судында 70 судьянан торған штат менән беҙ 176 судьянан торған ҡеүәтле, юғары профессиональ команда булдырыуға өлгәштек. Башҡортостан Юғары суды прогрессив идеяларҙы туранан-тура үҙ эшмәкәрлегенә лә, район судтары эшенә лә индереүҙә ойоштороусы булып тора, – тине Михаил Иванович.
Сарала “Башҡортостан Республикаһының Юғары судына 100 йыл” миҙалдары менән бер төркөм ветерандар бүләкләнде. Шулай уҡ суд системаһының үҫешенә, хөкөм эшенең нығыныуына, камиллашыуына бар яҡлап булышлыҡ итеүгә ҙур өлөш индергән өсөн “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән Башҡортостан Республакаһының Юғары суды судьялары Дамир Яҡупов, Павел Тафинцев, Земфира Фәйезова һәм Ирина Хисмәтуллина наградланды.
Ғөмүмән, был көндә үҙ эшен намыҫлы башҡарған бик күп судьяларға, хеҙмәткәрҙәргә юғары наградалар бирелде.
Фото: Башҡортостан Юғары Судының матбуғат хеҙмәте.