

2022 йыл Рәсәй өсөн еңел булманы. Быға тәү сиратта Украинала барған махсус хәрби операция булышлыҡ итте. Илебеҙ ир-аттары ватандарын ауыр хәлдә ҡалдыра алманы, әлбиттә. Махсус операцияла тәүҙә контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр ҡатнашһа, тора-бара доброволецтар батальондарға берләшеп китә башланы. Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Башҡортостандың аҫыл ир-егеттәре бер һүҙһеҙ хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды.
Ә бында уларҙың ғаиләләре ҡалды. Ир-аттар үҙ бурыстарын тыныс үтәп ҡайтһын өсөн республика етәкселеге уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәүге көндәрҙән позицияһы ныҡлы ине: “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Яугирҙәрҙең ғаиләләрен үҙебеҙ ҡарайбыҙ”. Егеттәр тыныс ҡына итеп үҙ бурыстарын үтәһен һәм бында ҡалған яҡындары өсөн борсолмаһын тип, уларҙың ғаиләләре өсөн хәстәрлекте республика етәкселеге үҙ өҫтөнә алды.
Эштәр бик тиҙ арала башҡарылды. Бер нисә көндә утыҙҙан ашыу ярҙам сараһы эшләнде, шунда уҡ тейешле закондар һәм норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул ителде. Был ярҙамды, һис шикһеҙ, “Йыл указы” тип атарға була.
Әлбиттә, ярҙамдың иң ҙур өлөшө балалары булған ғаиләләргә ҡағылды. Мәҫәлән, атайҙары мобилизацияланған ғаиләләргә балалар баҡсаһында урын сираттан тыш бирелә. Шул иҫәптән йәш ярымға етмәгән сабыйҙарға ла. Бының өсөн урындағы хакимиәттең мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә һәм мобилизация тураһында белешмәне тапшырырға кәрәк.
Белгестәргә ашығыс рәүештә яҡындағы балалар баҡсаһынан урын табырға һәм сабыйҙы ҡабул итергә ҡушылды. 1,5 – 7 йәшлек балалар тәрбиә һәм ҡарау өсөн түләүҙән азат ителде, йәғни баҡсаға бушлай йөрөй башланы. Атайҙары махсус хәрби операцияла булған уҡыусылар бушлай йылы аш ала, шул иҫәптән башланғыс мәктәптәгеләр ҙә, 5 – 11-се кластағылар ҙа.
Бынан тыш, башланғыс класс уҡыусылары өсөн оҙайтылған көн төркөмө ойошторолдо. Әгәр мәктәптә ул булмаһа, әсәнең ғаризаһы буйынса асылды.
Дәүләт колледждарында уҡыу өсөн түләүгә сертификаттар – мобилизацияланған ғаиләләргә ярҙам сараларының береһе. Уның менән республика урта махсус уҡыу йорттарының 100 меңгә яҡын студенты файҙалана ала. Был коммерция нигеҙендә уҡығандарға ҡағыла. Сертификаттың аҡсалата күләме йыллыҡ уҡытыуҙы тулыһынса ҡаплай – республика буйынса уртаса 60 мең һум. Кәрәк булған осраҡта сертификат киләһе йылда ла биреләсәк. Уҡыу түләнгән икән, ғаиләгә аҡса кире ҡайтарыла.
Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына мобилизацияланған атайҙарҙың балалары шифахана-курорт дауаланыуына хоҡуҡ ала. Бының өсөн һаулыҡ торошо буйынса күрһәтмәләр булырға тейеш, уны участка педиатры баһалай. Мәҫәлән, неврология, тын алыу системаһы ауырыуҙары булыуы мөмкин, йәки бала “йыш ауырығандар” категорияһына эләкһә. Ундайҙар балалар шифаханаларына – 14 йәшкә тиклемгеләр әсәләре менән, ҙурыраҡтар үҙаллы дауаланырға ебәрелә.
Бушлай түңәрәктәр һәм секциялар, бушлай ҡала араһы автобустарында йөрөү, баланы уңайлы мәктәпкә күсереү, лагерға юлламалар алыу, студенттарҙы ятаҡтарҙа урын менән тәьмин итеү – балалар өсөн ярҙам төрҙәре ысынлап та бик күп. Улар менән бөгөн меңәрләгән ғаилә файҙалана.
Һуғышта яраланған яугирҙәр өсөн республикала психологик һәм спорт реабилитацияһы программалары ла бар. Бер нисә тиҫтә яугир реабилитация программаһын үткән дә инде, һөҙөмтәләре яҡшы.
Тағы бер ярҙам сараһы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ауырлы ҡатындарына, имеҙеүсе ҡатындарға һәм өс йәшкә тиклемге балаларына “Һөт кухняһы” продукцияһын бушлай бирергә хәл ителде. Законлы никахта торғандар ғына ошо льготанан файҙалана аласаҡ.
Бушлай туҡланыуҙы алыу өсөн хәрби комиссариаттан һәм медицина учреждениеларынан белешмә тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ никах таныҡлығы, паспорт күсермәләре. Документтарҙы Башҡортостандағы фирма таратыу пункттарына (улар 150-гә яҡын) йәки Күп функциялы үҙәккә алып барырға мөмкин.
Тағы бер ярҙам төрө мобилизацияланғандарҙың ҡатындарына ҡағыла. Мобилизацияланған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирҙең ҡатыны эшкә урынлашҡанда шәхси оҙатыуға иҫәп тота ала.
Шәхси йортта йәшәгәндәр өсөн ҙур ярҙам: газ сертификаттары тапшырыу. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса тейешле норматив-хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индерелде, уларға ярашлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла. Бының өсөн билдәләнгән документтар пакеты менән республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сертификаттың хаҡы 100 мең һум тәшкил итә, ғәмәлдә булыу ваҡыты – ике йыл.
Тик шуныһы: махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам саралары законлы никахта булғандарға ғына күрһәтелә. Ләкин был сикләү ата-әсәһе мөнәсәбәттәрен теркәмәгән балаларға ҡағылмай.
Шулай уҡ уның опекундары булған ата-әсәләр, мобилизацияланғандың өләсәй-олатайҙары ярҙамға иҫәп тота ала. Улар өйҙә бушлай социаль хеҙмәтләндереү аласаҡ, шулай уҡ ведомствоның стационар учреждениеларында сираттан тыш хеҙмәтләндереүгә, атап әйткәндә, психоневрология интернаттарында булыу хоҡуғына эйә буласаҡ.
Хәстәрлек бының менән генә бөтмәне. Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаиләләре ағзалары өсөн тағы бер ярҙам төрө тураһында иғлан итте. Яңы йылға Башҡортостандың бөтә мобилизацияланған кешеләре, уларҙың ҡатындары, бәлиғ булмаған, көндөҙгө бүлектә колледжда йәки юғары уҡыу йортонда белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары бер тапҡыр 20 мең һум аҡса алды.
Был юлы ла ярҙамды алыуҙы мөмкин тиклем ябайлаштырҙылар. Аҡса мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең махсус асылған иҫәбенә барҙы. Ә ғаилә ағзаларына халыҡты социаль яҡлау органдары, Күп функциялы үҙәктәр йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн ғариза биреү етте. Түләүҙе алыу өсөн ни бары хәрби комиссариаттан белешмә генә кәрәк ине. Шулай уҡ студент бала Рәсәйҙең икенсе төбәгендә уҡыһа, шул уҡыу йортонан белешмә талап ителде. 25 декабргә тиклем түләү артынан мөрәжәғәт иткән һәр кем аҡсаһын алды ла. Был ярҙам балалар һәм ҡатындар өсөн хәрби бурысын үтәгән ирҙәренән Яңы йыл бүләге итеп ҡабул ителде һәм уларҙы ысынлап та ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.
Фото: "Башинформ".