Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Декабрь 2022, 22:30

Инвалидтарға дарыу алыуҙа өҙөклөктәр булмаһын

Депутат Наталья Орлова Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте.

Инвалидтарға дарыу алыуҙа өҙөклөктәр булмаһын
Инвалидтарға дарыу алыуҙа өҙөклөктәр булмаһын

Дәүләт Думаһы депутаты, "Берҙәм Рәсәй" партияһы үҙәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Наталья Орлова Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Депутатҡа Өфөнән һәм Нефтекаманан дүрт кеше мөрәжәғәт итте.

Баш ҡалабыҙҙан бер ҡатын инвалид балаға ҡиммәтле дарыу алыу мәсьәләһен еткергән. Әйтеүенсә, быйыл йәйгә тиклем был йәһәттән өҙөклөктәр булмаған, әммә һуңғы ярты йылда проблема тыуған, шуға ла ғаилә препаратты үҙаллы табырға һәм һатып алырға мәжбүр.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һуңғы айҙарҙа республикала кәрәкле дарыу һатып алыуға бәйле хәлдең ауыр булыуын раҫланы. Әммә ошо көндәрҙә препарат килгән, ғариза биреүсенең балаһына уны бер нисә айға алып ҡуясаҡ.

Наталья Орлова Башҡортостанда ошондай сирҙән яфаланған тиҫтәләгән бала булыуын, һатып алынған күләм бөткәс, әлегеләй өҙөклөктәрҙе булдырмаҫҡа кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ ул министрлыҡ вәкиленә “Изгелек түңәрәге” хәйриә фонды менән мәсьәләне артабан ҡарарға ҡушты һәм фонд менән берлектә комплекслы ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.

Сираттағы мөрәжәғәт итеүсе - Нефтекаманан. Ул депутатҡа үҙе етештергән хәрби техниканы күрһәтергә һәм эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн ниндәй ярҙам саралары ҡаралыуын белергә килгән. Наталья Орлова республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Денис Гурков менән берлектә ҡорамалдар йыйылмаһын ҡараны. Ғариза биреүсе белдереүенсә, әлеге ваҡытта уның тейешле бинаһы бар, материалдар һәм тегеү фарнитураһы һатып алынған. Денис Гурков әйтеүенсә, республикала бындай эшмәкәрлек өсөн 20-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, улар араһында Нефтекама кешеһенә тап килгәндәре лә бар. Һөҙөмтәлә мөрәжәғәт итеүсене шәхси осрашыуға саҡырҙылар. Наталья Орлова министр урынбаҫарына ғариза биреүсегә кәңәштәр биреп, документтарҙы әҙерләүҙә һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙә булышлыҡ ҡылырға кәңәш итте.

Шулай уҡ Яңы йыл алдынан депутат Өфөнән ике ҡатын-ҡыҙ – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың әсәләре менән һөйләште. Ҡатындарҙың береһе ҡыҙҙарына Аксаков шыршыһында ҡатнашырға ярҙам итеүҙәрен һораны. Сара, ғәҙәттәгесә, ғинуарҙа үткәрелә. Наталья Орлова әсәнең мөрәжәғәтенә яуап итеп, ҡыҙҙарҙы байрам тамашаһына мотлаҡ саҡырасаҡтар, тип вәғәҙә итте.

Фото: "Берҙәм Рәсәй".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: