Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Ғинуар 2023, 19:30

Кемдәр ер участкаһын бушлай рәсмиләштерә аласаҡ?

Ошо хаҡта тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Кемдәр ер участкаһын бушлай рәсмиләштерә аласаҡ?
Кемдәр ер участкаһын бушлай рәсмиләштерә аласаҡ?

Башҡортостанда йәшәүселәр өйө урынлашҡан ерҙе шәхси милкенә бушлай алыу хоҡуғына эйә. Бындай закон проектын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ғинуар аҙағында беренсе уҡыуҙа ҡабул итергә уйлай.

Хосусилаштырыуға 1998 йылдың 14 майына тиклем төҙөлгән ер участкалары тәҡдим ителә. Был хоҡуҡ иһә түбәндәге документтар менән раҫлана:

* Йортта 1998 йылдың 14 майына тиклем даими йәшәүҙе йәки торлаҡты ошо ваҡытҡа тиклем төҙөүҙе раҫлаған дәлилдәр;

* 1998 йылдың 14 майына тиклем торлаҡ йортто төҙөүгә йәки уны файҙаланыуға рөхсәт документының алыныуы.

Ер участкаһын хосусилаштырыу хоҡуғынан 2031 йылдың 1 мартына тиклем файҙаланырға мөмкин буласаҡ.

Белгестәрҙең хәбәр итеүенсә, был осраҡта милек өсөн һалым түләү ҡаҙнаны тулыландырыуға булышлыҡ итә, милексегә айырым осраҡтарҙа үҙ милкен раҫлау өсөн аныҡ дәлилдәр була.

Фото:  pro-dachnikov.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: