Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла Рәхимовтың вафатына бәйле уның менән бергә эшләгән кешеләр фекерҙәрен уртаҡлаша. 2003 – 2011 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы булған Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләгән йылдарын йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.
– Минеңсә, бик көслө сәйәсмән яҡты донъянан китте, уның менән тыуған республикабыҙҙың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең барлыҡҡа килеү тарихы бәйләнгән. Мортаза Ғөбәйҙулла улы кеүек сәйәсмәндәр һәм төбәк етәкселәре бер ҡулдың бармаҡтары менән генә иҫәпләрлек. Мин 15 йыл уның командаһы ағзаһы булдым, был ваҡытты тормошомдоң иң яҡшы өлөшө булараҡ иҫкә алам. Йыш ҡына ялһыҙ, байрам көндәрендә лә, көнөнә 15-әр сәғәт эшләргә тура килһә лә. Әммә ул саҡта республикала башҡарылған эштәр хәҙер Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында бик лайыҡлы урын биләргә мөмкинлек бирә.
Ул ваҡланып тормаған, юғарынан күрһәтмәләр алмайынса үҙаллы ҡарарҙар ҡабул иткән етәксе булды. Төбәк башлығының сәнәғәт предприятиеһы менән идара итеү тәжрибәһе булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙа юғары яуаплылыҡ бар, иҡтисад тураһында уйлайҙар, ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеү өсөн эшләйҙәр.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы әгәр маҡсат ҡуйһа – уны тормошҡа ашырыуға мотлаҡ өлгәште. Тик бик етди дәлилдәр генә уны инандыра алды. Республиканың илдең алдынғы төбәктәренең береһе булып үҫеүе – уның оло ҡаҙанышы, тип иҫәпләйем.
Уның туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам, – тине Павел Качкаев.
Фото: vk.com/kachkaevpavel