12 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы сарала сығыш яһаны. Ул республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Ҡәҙерле хеҙмәттәштәре, прокуратураның ҡәҙерле ветерандары! Профессиональ байрамығыҙ менән һеҙҙе ихлас ҡотлайым! Бөгөн беҙ 300 йылдан ашыу дәүләтселек нигеҙен һаҡлаған, илебеҙҙә законлылыҡты, тәртипте тәьмин иткән хеҙмәт вәкилдәрен ҡотлайбыҙ. Һеҙ һәр ваҡыт енәйәти янауҙарға, коррупцияға, экстремизмға, кеше хоҡуҡтарын боҙоуға ҡаршы көрәш башында тораһығыҙ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: республика прокуратураһы Рәсәйҙә йыл һайын иң һөҙөмтәле эшләгәндәр иҫәбенә инә. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, бурысҡа тоғролоғоғоҙ, юғары яуаплылығығыҙ, маҡсатлы булыуығыҙ өсөн рәхмәт.
Ауыр 2022 йылды һеҙҙең менән бергә лайыҡлы үттек. Етди саҡырыуҙарғы яуап бирҙек, санкциялар баҫымы, махсус хәрби операция, иҡтисадты мобилизациялау шарттарында һөҙөмтәле эшләнек.
Прокуратура органдары социаль йөкләмәләрҙе, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшен, социаль һәм медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын һөҙөмтәле контролдә тотто. Аҙ тәьмин ителгән граждандарға, ветерандарға, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, ишле ғаиләләргә ярҙам иттегеҙ. Барыһының да хоҡуҡтарын намыҫ менән яҡлайһығыҙ.
Һеҙҙең менән бергә алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләрен әүҙем хәл итәбеҙ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәшәбеҙ. Дәүләт аҡсаһы мөмкин тиклем һөҙөмтәле тотонолһон өсөн милли проекттарҙың үтәлешен күҙәтәбеҙ.
Прокуратура иҡтисади тормошто үҫтереүҙә, эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыуҙа, бизнесҡа бюрократик баҫымды кәметеүҙә ҙур роль уйнай. Республиканың Милли инвестиция рейтингында иң яҡшылар рәтендә булыуында ла һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур.
Коррупцияға ҡаршы көрәште властың бөтә кимәлдәрендә алып барыу мөһим. Прокуратура менән республика Башлығының Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса идаралығының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге яйға һалынған.
Прокуратураның төп бурысы – енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, ул һуңғы өс йылда тотороҡло кәмей бара. Был күп осраҡта республиканың барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген ойоштороуҙа һеҙҙең өлөшөгөҙ һөҙөмтәһе.
Ҡәҙерле хеҙмәттәштәр! Тағы ла бер тапҡыр һеҙҙе Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Эшегеҙҙә уңыштар, йорттарығыҙға тыныслыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru