Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Ғинуар 2023, 14:20

"Рәхимовтың үҙен йәлләмәйенсә эшләүен шәхсән күрҙем"

Шул замандың бик күп мәсьәләләрен хәл итеүҙе үҙ иңенә алыуҙан ҡурҡманы...

"Рәхимовтың үҙен йәлләмәйенсә эшләүен шәхсән күрҙем"
"Рәхимовтың үҙен йәлләмәйенсә эшләүен шәхсән күрҙем"

Радикаль иҡтисади реформалар мәлендә республиканы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов етәкләй. Тарихта ҡалған эштәре, абруйлы сәйәсмәндең шәхси һәм профессиональ сифаттары тураһында 2008-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президентының дәүләт кәңәшсеһе булған ғалим Сергей Лаврентьев та хәтирәләре менән уртаҡлашты.

– Мортаза Ғөбәйҙулла улының вафаты — ҙур  юғалтыу. Ул ике тиҫтә йыл самаһы республикаға етәкселек итте, был һәр кем артабанғы үҫеш юлдарын эҙләгән бик ауыр ваҡыт, реформалар йылдары булды.

Мортаза Рәхимов производство һәм тормош тәжрибәһе булған етди кеше ине, шуға күрә ул яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеүҙән ҡурҡманы. Бәлки, был барыһына ла оҡшамағандыр, әммә ул дөрөҫ ҡарар таба белде. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары республика өсөн үҫеш осоро булды: беҙ совет осоронан мираҫҡа ҡалған мәсьәләләрҙе еңеп сыҡтыҡ, ә Рәхимов булған тәжрибәнән бөтә яҡшы өлгөләрҙе алырға бер ҡасан да икеләнмәне һәм был хаҡта туранан-тура һөйләне.

Мәҫәлән, Башҡортостанда һаҡланып ҡалған колхоздарҙы ғына алайыҡ, уға бәйле Рәхимовтың хатта Борис Ельцин менән аңлашылмаусанлыҡтары килеп сыҡты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы колхоздарҙың билдәле бер йәшәү рәүеше булып тороуын, уны бер указ менән юҡҡа сығарыу мөмкин түгеллеген, был әкрен, оҙайлы процесс булыуын, юғиһә ауылда кешеләр йәшәй алмағаясағын яҡшы аңлай, уның был зирәклеге тейешле баһаға лайыҡ.

Рәхимов менән эшләп, мин уның үҙен йәлләмәйенсә эшләүен шәхсән күрҙем. Иртәнге сәғәт 7-лә үк Президент эштә булды, кис бик һуң ҡайтыр ине, күп кенә етәкселәр уның өлгөһөнә эйәреп, үҙҙәрендә яуаплылыҡ тойҙо.

Етди етәксе булараҡ, Мортаза Ғөбәйҙулла улы кешеләрҙе бик яҡшы аңланы, иҫ киткес хәтерле булды, һәр ваҡыт дөрөҫ хуплау һүҙҙәре таба белде, мин унан күп нимәгә өйрәндем.

Тарихта беренсе Президент шундай булып ҡалды. Ул етештереү эшен бик яҡшы аңлаған хужа булды һәм ҙур завод етәксеһе булып ҡала алыр ине, ләкин кешеләрҙең ышанысын күреп, шул замандың бик күп мәсьәләләрен хәл итеүҙе үҙ иңенә алыуҙан ҡурҡманы, — тине Сергей Лаврентьев.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ”.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: