Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Ғинуар 2023, 09:17

Үҙе менән тотош дәүерҙе алып китте

Владимир Путин Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатыу сараһында ҡатнашты.

13 ғинуарҙа республика халҡы Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләште. Иртә таңдан Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залына сәскә гөлләмәләре тотҡан халыҡ ағымы минут һайын арта барҙы... Был күренеш Мортаза Ғөбәйҙулла улының республика халҡы алдындағы абруйы, изге эштәре менән яулаған һөйөүе тураһында һөйләй ине.

 

Президент ҡайғы уртаҡлашты

 

Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһына Рәсәй Президенты Владимир Путин килде. Ул мәрхүмдең табутына сәскә һалды, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президентына хөрмәт күрһәтеп, башын эйҙе. Һуңынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашҡанда ул Мортаза Рәхимовтың бөтә Рәсәй яҙмышында ҡатнашыуын билдәләп үтте.

Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сара­һында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Респуб­ликаһы Баш­лығы Радий Хәбиров, Татарстан Рес­пуб­ли­каһы етәксеһе Рөстәм Миңлеханов, Татарс­тан­дың дәүләт кәңәшсеһе Минтимер Шәймиев, Рәсәй мо­солмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Дәүләт Ду­маһы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, йәмәғәт эш­мәкәрҙәре, министрлыҡтар, ведомстволар, пред­приятиелар һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Бәхилләшеү сараһын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

Игорь Комаров, республика халҡының, мәрхүмдең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашып:

– Беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән бәхилләшәбеҙ. Күләмле шәхес, гражданин һәм кеше, етәксе һәм лидер ғүмерен Башҡортостан халҡы­ның хеҙмәтенә һәм мәнфәғәттәренә бағыш­ланы. Илебеҙ өсөн бик ауыр ваҡыттарҙа ул кеше­ләр­ҙе берләштереүҙә һәм Башҡортостандың бө­гөнгө ҡеүәтле үҫешенә нигеҙ һалыуҙа ҙур роль уйнаны.

Ул халыҡтың һулышын бик нескә һәм тәрән аңланы, кешеләр ҙә уға шулай яуап бирҙе. Бөгөн уның эшен тотош бер быуын йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар һәм етәкселәр дауам итә. Беҙҙең бурыс – уның иҫтәлеген ҡәҙерләп, йөрәгебеҙҙә һаҡлау, – тине.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында Мортаза Рәхимовтың Башҡорт­остандың үҫешендәге һәм республиканың күп милләтле халҡы тормошондағы әһәмиәтле эшмәкәрлеген билдәләне.

– Беҙ республикабыҙҙың һәм тотош илдең яҙмышы хәл ителгән бик ауыр дәүерҙең символы булған кеше менән бәхилләшәбеҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҙур абруйлы етәксе булды. Һәм шул уҡ ваҡытта беҙ уны бик ябай, халыҡ араһынан сыҡҡан кеше итеп беләбеҙ. Уны күп төбәктәрҙең һәм туғандаш илдәрҙең етәкселәре ысын күңелдән хөрмәт итте. Көслө сәйәсмән, Рәсәй сәйәсәтенең аҡыллы аҡһаҡалы булды, фекеренә ҡолаҡ һалдылар.

Тыуған еребеҙҙе, Рәсәйҙе һаҡлап ҡалғаны өсөн Мортаза Ғөбәйҙулла улы алдында баш эйәм. Башҡортостанды алдынғы төбәккә әйләндергәне өсөн, Рәсәй Федерацияһының абруйлы субъекты иткән өсөн. Көслө иҡтисад өсөн, кешеләрҙе хәстәрләгәне өсөн. Бөтә йөрәге менән ҡәҙерләгән туған телдәребеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухиәтебеҙ өсөн.

Ғәжәп, әммә һәр ғаиләнең тиерлек Мортаза Ғөбәйҙулла улына бәйле үҙ тарихы, уның тураһында яҡшы иҫтәлеге бар. Күптәр уның көслө ҡул ҡыҫыуын, унан ишеткән йылы һүҙҙәрҙе, ҡайһы саҡта шелтәләрҙе һәм күрһәтмәләрҙе, мөһим мәсьәләлә уның ярҙамын хәтерләй.

Бәхил булығыҙ, ҡәҙерле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Барыһы өсөн дә рәхмәт, ярҙамығыҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ өсөн! Ышанысығыҙ өсөн. Һеҙҙән күп нәмәгә өйрәндек. Әле лә илһөйәр, профессионал, аҡыллы етәксе булырға өйрәнәбеҙ. Эшегеҙҙе, һис шикһеҙ, дауам итербеҙ. Һеҙ һәр ваҡыт йөрәгебеҙҙә һәм күңелебеҙҙә булырһығыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

 

Күршеләр ҙә килгәйне

 

Республика халҡының ҡайғыһын уртаҡлашып, туғандаш Татарстан Республикаһы етәксеһе Рөстәм Миңлеханов сығыш яһаны.

– Был – бөтә ил өсөн ҙур юғалтыу. Мортаза Рәхимов Миңтимер Шәймиев менән дуҫ булды, был беҙҙең тығыҙ хеҙмәттәшлегебеҙҙә сағылды. Мин уға ҙур ихтирам менән ҡараным, ул һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә буласаҡ.

Шулай уҡ Рөстәм Миңлеханов, Мортаза Рәхимов бар көсөн һәм белемен үҙ халҡы именлеге өсөн бирҙе, бөтәһенә өлгө булды, тип билдәләне.

Белеүебеҙсә, Мортаза Рәхимов менән Татарс­тандың тәүге Президенты Миңтимер Шәймиев бер осорҙа эшләне һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә булды.

– Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән ярыштыҡ та, бәхәсләштек тә, әммә һәр ваҡыт уртаҡ тел таптыҡ.

Ул тарихта яҡты эҙ ҡалдырҙы. Күп нәмәгә өлгәште. Рәсәйҙең сәйәси һәм иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Бер нимә лә еңел бирелмәне, үҙгәртеп ҡороу йылдары ла ине. Әммә Татарстан менән Башҡортостан етәкселеге матур йолаларҙы дауам итә алды һәм әле лә уңышлы алып бара, – тине Миңтимер Шәймиев.

 

Мосолман зыяратында ерләнеләр

 

Мортаза Рәхимовты Өфөләге Мосолман зыяратында мосолман дине буйынса ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ҙур шәхестәрҙе һуңғы юлға оҙатыу тәртибен үтәп ерләнеләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ерләү сараһының һуңғы минуттарына тиклем ҡатнашты.

Башҡортостандың беренсе Президенты вафатына бәйле республика етәкселеге адресына дәүләт эшмәкәрҙәренән, сәйәсмәндәрҙән бихисап ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары килгән. Шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Ҡасим-Жомарт Токаев, Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы Кирилл, КПРФ етәксеһе Геннадий Зюганов, Свердловск өлкәһенең элекке губернаторы Эдуард Россель, Рәсәй Федерацияһы сенаторы Григорий Рапота, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының беренсе Президенты Валерий Коков, Сыуашстан Республикаһының беренсе Президенты Николай Фёдоров, Пенза өлкәһе губернаторы Олег Мельниченко, Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров ҡайғы уртаҡлашты.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйы­лышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко:

– Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр ваҡыт тыуған республикаһының мәнфәғәттәренән сығып етәкселек итте, уның үҫешенә һәм сәскә атыуына баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе, төбәктең иҡтисадын һәм социаль өлкәһен яңы кимәлгә сығарҙы. Унда принципиаллек, ҡаҡшамаҫ ихтыяр, иң ауыр шарттарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү ынтылышы, эскерһеҙ әҙәплелек, тыңлау һәм ҡайғыртыу һәләте, мохтаждарға ярҙам күрһәтеүгә ихлас ынтылыш берләшкән. Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙенең яҡташтары һәм хеҙмәттәштәре хәтерендә мәңгегә аҡыллы, компетентлы сәйәсмән, күңелендә һәр кемгә урын булған ысын остаз булып ҡаласаҡ. Уның изге эштәре һәм ижади ҡаҙаныштары бер ҡасан да онотолмаясаҡ, – тине.

Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Ҡасим-Жомарт Токаев та үҙенең ысын кү­ңелдән әйтелгән һүҙҙәрен еткерҙе.

–  Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙ халҡының ысын лидеры булды, ул ғүмерен тулыһынса Баш­ҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәренә хеҙмәт итеүгә бағышланы. Уның туғандаш халыҡтарыбыҙ араһындағы күп быуат­тарға һуҙылған дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға һәм Ҡаҙаҡ – Рәсәй стратегик партнерлығын киңәйтеүгә индергән ҙур шәхси өлөшө хәтеремдә.

Ысын күңелдән Мортаза Ғөбәйҙулла улының туғандарының, шулай уҡ бөтә башҡорт халҡының ҡайғыһын уртаҡлашам, – тине ул.

 

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: