Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Ғинуар 2023, 16:15

Минскиҙа эшлекле саралар дауам итә

Радий Хәбиров Борис Грызлов менән осрашты

Минскиҙа эшлекле саралар дауам итә
Минскиҙа эшлекле саралар дауам итә

Бөгөн Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Көн тәртибенә – хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында үҙ-ара интеграция мәсьәләләре инде.

Башҡортостан Башлығы Белоруссия менән күптәнге уңышлы мөнәсәбәттәрҙе, һуңғы йылдарҙа бәйләнештәрҙең яңы һулыш алыуын билдәләне. Атап әйткәндә, яҡтар хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе яңыртты, юл картаһын һәм даими эш төркөмөн төҙөнө.

– Беҙ килешеүҙәрҙең тормошҡа ашырылыуын ентекле күҙәтеп барабыҙ. Был тауар әйләнешенең артыуына ла йоғонто яһай. Әле хеҙмәттәшлектең тауар алмашыуға ғына ҡайтып ҡалмайынса, Белоруссия һәм Башҡортостан предприятиелары араһында тәрәнерәк бәйләнеш булдырыуға ҡоролһон өсөн әүҙем эш алып барабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе ҡайһы бер проекттарҙың тормошҡа ашырылыу дәрәжәһендә булыуы хаҡында ла белдерҙе. Мәҫәлән, “Өфө” индустриаль паркында “АМКОДОР” компанияһының ауыл хужалығы техникаһы сығарыу заводы төҙөлә башланы. Предприятиены Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы барышында асыу планлаштырыла. Хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн быйыл яҙ Өфө - Минск – Өфө тура авиарейстары асыла. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы 26 – 28 июнендә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының программаһы менән таныштырҙы.

– Форумда беҙ тәү сиратта иҡтисадыбыҙ ҡаҙаныштарын күрһәтергә тейешбеҙ. Берлектәге ҙур техника күргәҙмәһе, бер нисә предприятиены сафҡа индереү күҙаллана. Шулай уҡ ҙур мәҙәни программа, спорт һәм йәштәр саралары ҡаралған. Уңайҙан файҙаланып, Борис Вячеславович, һеҙҙе һәм коллегаларығыҙҙы республикабыҙға саҡырам, – тине Радий Хәбиров.

Борис Грызлов әйтеүенсә, Рәсәй төбәктәре етәкселәре араһынан Башҡортостан Башлығы быйыл тәүгеләрҙән булып Белоруссияға килде. Вәкиллекле бизнес-миссияның сәфәре яҡтарҙың иҡтисади хеҙмәттәшлек күрһәткестәренә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Илсе шулай уҡ республика Төбәктәр форумын юғары кимәлдә үткәрер тигән ышаныс белдерҙе.

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров һәм Борис Грызлов осрашыуға йомғаҡ яһаны.

– Беларусь менән хеҙмәттәшлегебеҙҙең һөҙөмтәлелеге буйынса фекер алыштыҡ. Илселек беҙгә ярҙам күрһәткәне өсөн Борис Вячеславовичҡа айырым рәхмәт. Бөгөн беҙҙең өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең форумын үткәреү. Сарала тиҫтә йыллыҡ эшебеҙгә йомҡаҡ яһаясаҡбыҙ. Беҙҙең өсөн был етди яуаплылыҡ һәм ҙур өмөттәр, – тине Радий Хәбиров.

Борис Грызлов Беларусь менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙең әүҙем үҫеүен билдәләне.

– Тауар әйләнеше һәм тотош сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр буйынса тағы ла ҙурыраҡ үҫеш буласаҡ, әлбиттә. Башҡортостан сауҙаны ғына маҡсат итеп ҡуймай, ул тәрәнерәк интеграция ғәмәлдәренә йүнәлеш тота. Берлектәге предприятиелар асыу ҙа бик мөһим, – тип билдәләне Илсе.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Минскиҙа эшлекле саралар дауам итә
Минскиҙа эшлекле саралар дауам итә
Минскиҙа эшлекле саралар дауам итә
Минскиҙа эшлекле саралар дауам итә
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас