Башҡортостанда Межгорье ҡалаһында урынлашҡан “Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 103-сө федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең махсус идаралығы" федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһының элекке начальнигы Дим Мөслимовҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы полковнигы 70 осраҡта яҡынса 30 миллион һум күләмендә ришүәт алыуҙа, вәкәләттәрен яуыз ниәттә файҙаланыуҙа һәм мөлкәтте үҙләштереүҙә ғәйепле тип танылған. Был турала Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы һәм республика прокуратураһы хәбәр итә.
Мәғлүм булыуынса, 2016-2017 йылдарҙа Мөслимов, ҡиммәтле дауаланыуға түләү өсөн тип, ҡул аҫтындағыларға матди ярҙам тәғәйенләгән өсөн ришүәт алған. 68 хеҙмәткәр ошо рәүешле түләүҙәр алған һәм Мөслимовҡа бөтәһе 29 миллион һум аҡса түләгәндәр. Бынан тыш, бүлек начальнигы үҙенә матди ярҙам тәғәйенләгән.
“Асылда, ғәйепләнеүселәрҙең дә, башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә бындай түләү төрөн алыу өсөн медицина дәлилдәре булмаған, ә алынған аҡсаны улар шәхси ихтыяждарына тотонған. Ғәйепләнеүсенең енәйәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына бөтәһе 58 миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән”, – тип хәбәр итә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы.
Ғәйепләнеүсе ҡылынған енәйәттәрҙә үҙенең ғәйебен танымаған.
Әммә суд уны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырыу шарты менән 13 йылға иркенән мәхрүм иткән, 65 миллион һум штраф һалған, шулай уҡ дәүләт хеҙмәтендә ете йылға вазифа биләү хоҡуғынан мәхрүм иткән.
Фото: РБК-УФА.