Ҡырмыҫҡалы районында миграция һорауҙары буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы тотолған.
Ҡатын мигранттарҙы ялған теркәгән өсөн ришүәт алыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы.
Тәфтиш органы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 – 2020 йылдарҙа полиция хеҙмәткәре сит ил граждандарына миграция теркәүе буйынса хеҙмәттәр күрһәткән танышынан 39 кешене Ҡырмыҫҡалы районында торлаҡ биналарҙа теркәгән өсөн 110 мең һум ришүәт алған. Йәғни ул Рәсәй Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Был факттарҙы Федераль именлек хеҙмәтенең республика идаралығының оператив хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған. Тикшереү барышында ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алына.
Тәфтишселәр эш һәм йәшәү урындарында тентеү үткәргән, енәйәтте тикшереүгә ҡағылышлы әйберҙәрҙе һәм документтарҙы тартып алған, уларҙың ошондай уҡ енәйәт факттарына ҡағылышлығын тикшерелә.
Фото: Башкирия Оnline
Мәғлүмәт сығанағы: vk.com/surbskr