Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Ғинуар 2023, 23:30

Махсус хәрби операцияла 30-ҙан ашыу депутат ҡатнаша

"Йәштәр палатаһы депутаттар менән берлектә эшләргә тейеш".

Махсус хәрби операцияла 30-ҙан ашыу депутат ҡатнаша
Махсус хәрби операцияла 30-ҙан ашыу депутат ҡатнаша

Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының ағымдағы саҡырылышының йомғаҡлау сессияһы ҡатмарлы булырға вәғәҙәләй, тип белдерҙе пленумда парламент рәйесе Константин Толкачев.

"Мин геосәйәси ысынбарлыҡты ентекләп һүрәтләп тормайым. Рәсәйгә ниндәй саҡырыуҙар ташланғанын барығыҙ ҙа күрәһегеҙ. Беҙҙең парламент махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, республика иҡтисадын яңы шарттарға яраҡлаштырыу менән бәйле бер нисә мөһим закон ҡабул итте лә инде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың күп кенә депутаттары ирекмәнлек эшмәкәрлегенә, азат ителгән биләмәләргә ярҙам күрһәтеүгә йәлеп ителгән. Махсус хәрби операцияла Башҡортостандан төрлө кимәлдәге 30-ҙан ашыу депутат – ауыл Советтарынан алып республика парламентына тиклем – туранан-тура ҡатнаша. Яҙғы сессияла ошо йүнәлештәр буйынса эш күләме артасаҡ", – тине Константин Толкачев.

Ул сессия барышында Башҡортостан бюджетының үтәлеүен контролдә тотоу өсөн айырым иғтибар биреүҙәрен һораны. "Декабрҙәге хәлдәрҙе иҫәпкә алып, уны бик ауыр шарттарҙа ҡабул иттек. Хөкүмәт менән, атап әйткәндә, Финанс министрлығы менән даими бәйләнештә булырға, сығанаҡтар махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле өҫтәмә саралар өсөн дә, санкциялар баҫымына ҡаршы тороу өсөн дә, граждандар алдындағы ағымдағы социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн дә булыуын күҙәтергә кәрәк", – тине Константин Толкачев.

Уның белдереүенсә, етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһын ойоштороу эше тамамланған, уның ағзалары тәүге ултырышын үткәрҙе.

Константин Толкачев депутаттарға йәш коллегаларын тейешле ярҙам менән тәьмин итергә ҡушты. "Беҙ Йәштәр палатаһы ағзаларын буласаҡ депутаттар тип ҡарайбыҙ. Шуға күрә яуаплылыҡ өлкәһе, эш күләме, талап тейешенсә булырға тейеш. Палата депутаттар корпусы менән берлектә эшләргә, депутаттарға уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә, үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға, ә иң мөһиме – хәҙерге еңел булмаған заманда йәштәрҙе берләштерергә тейеш", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.

Фото: vk.com/club

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: