Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Ғинуар 2023, 13:44

Улар беҙгә, беҙ уларға кәрәк

Радий Хәбиров “Беларусь 1” телеканалына интервью бирҙе.

Уҙған аҙнала республикабыҙҙың ҙур делегацияһы Беларусь Республикаһында эш сәфәре менән булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Беларусь 1” телеканалы эфирында белорус партнерҙары менән эш итеү, ике яҡ өсөн дә файҙалы уртаҡ проекттар һәм Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумына әҙерлек тураһында һөйләне. Был интервьюны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

 – Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән осрашыуҙа нимә тураһында һөйләшеп килешелде? Ниндәй һөҙөмтәләргә өлгә­шелде?

– Эшлекле осрашыу булды. Роман Александрович былтыр көҙ республикабыҙға килгәйне. Әле лә даими бәйләнештәбеҙ. Беҙ юл картаһын – Беларусь менән Баш­ҡорт­остан араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте артты­рыуға йүнәлтелгән саралар планын тәрәндән тикшерҙек. Тауар әйлә­неше һиҙелерлек арта. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҙә, Беларусь яғы ла тағы ла юғарыраҡ күләм өсөн мөмкинлек барлығын яҡшы аңлай. Импорт һәм экспорт структураһын анализланыҡ. Ул үҙгәрә, һәм был – ғәҙәти иҡтисади процесс.

Беҙ Башҡортостан менән Беларусь биләмәһендә ғәмәлгә ашы­рылған бер нисә интеграция башланғысын ҡараныҡ. Мәҫәлән, Өфөлә “АМКОДОР” предприя­тиеһын төҙөү.

Шулай уҡ “Беларусьторг” аша “Башҡортостан сода компанияһы” тауарҙарын туранан-тура поставкалау мәсьәләләре тикшерелде. Был Беларустың быяла сәнәғәте өсөн бик ҡыҙыҡлы. Аныҡ һөйләшеү булды, һәр мөһим мәсьәләне айырым тикшерҙек.

Беларустың импорт структу­раһында 40 проценты машиналар эшләү тармағы тауарҙары. Тар­маҡтың компетенциялары һәм үҫеш кимәле юғары. Беларусь техникаһы – юл, коммуналь, ауыл хужалығы – беҙгә бик ҡыҙыҡлы. Әленән уны күпләп һатып алабыҙ. Осрашыуҙа ҡаралған мәсьәләләрҙең береһе ошо өлкөгә лә ҡағылды.  Беҙ яҡынса был техникаға ихтыяж күләмен билдәләнек. 15 февралгә тиклем Беларусь Хөкүмәтенә ентекле мәғлүмәт бирергә килештек.

Шулай уҡ гуманитар хеҙмәт­тәшлек һәм туристар ағымын арттырыу мәсьәләләре ҡаралды. Яҙ көнө Өфө – Минск тура авиа­линияһын асыу буйынса мәсьә­ләләрҙе планлы рәүештә хәл итәбеҙ. Был бик мөһим, һәм беҙ быны мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ. “Яҙ – йәй – көҙ 2023” миҙгелендә турис­тар ағымы тағы ла тулыраҡ бул­һын өсөн туристик компанияларҙың үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен тикшерәбеҙ.

Дөйөм алғанда, алдан өлгә­шелгән килешеүҙәрҙе тикшереү буйынса эш осрашыуы булды. Беҙ уларҙы тормошҡа ашырыу барышын баһаланыҡ.

– Сәнәғәт хеҙмәттәшлеге ту­раһында һүҙ йөрөткәндә был  техника һатып алыуға ғына ҡағыламы йәки берлектәге предприятиелар ҙа күҙ уңында тотоламы?

– Бында ике йүнәлеш бар. Әлбиттә, техника һатып алыу күләме беҙҙең яҡтан күберәк. Сөнки Беларуста машиналар эшләү кимәле юғары. Икенсе яҡтан, булған компетенцияларыбыҙ менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Мәҫәлән, Башҡортостан һәм Беларусь предприятиеларының станоктар эшләү өлкәһендәге компетенциялары – беҙ әле был юлдың башында ғынабыҙ. Санкция сәйәсәте шарттарында үҙебеҙгә генә өмөтләнә алабыҙ һәм беҙгә үҙебеҙҙең станоктар кәрәк. Беҙҙә лә, Беларусь Республикаһында ла компетенциялар оҙаҡ йылдар формалашты. Бурыс ниндәй? Ниндәй станоктар яһарға әҙер булыуы­быҙҙы, Беларусь станоктарҙың ниндәй йүнәлештәрен эшләүен аңларға тейешбеҙ. Барыһын да тикшерергә һәм компетенциялар менән уртаҡлашырға кәрәк. Был, моғайын, һөйләшеп килешкән мөһим йүнәлештәрҙең береһелер.

Беҙ шулай уҡ автобустарға мохтаж. Беларусь менән берлектәге проект сиктәрендә троллейбустар эшләүебеҙҙе беләһегеҙ. “Горожанин” – бик яҡшы, заманса модель. Быйыл Өфө бер нисә тиҫтә белорус троллейбусын аласаҡ.

Беҙгә туристик автобустар ҙа кәрәк. Һеҙҙең “МАЗ” әле яңы ҡала-ара автобустарын һынау ста­дияһында. Беҙгә бер өлгө бирергә килештек. “Башавтотранс” ком­панияһы был техниканы һатып алырға әҙер.

Айырып әйтәм, тауар әйләнеше лә, интеграция проекттары ла бар. Мәҫәлән, ҙур предприятие – “АМКОДОР” Башҡортостанда ике завод төҙөйәсәк.

– Ә еңел сәнәғәт менән эштәр нисек тора? Һеҙ костюмдар етештереү тураһында һөй­ләнегеҙ.

– Серҙе асам. Роман Александрович осрашыуҙа былай тине: “Бына мин “Коминтерн” костюмында ултырам”. Нимә тураһында һөй­ләшеп килештек? Еңел сәнәғәт – ул, моғайын, интенсификация­ларға ҡарар иткән берлектәге эштең тағы ла бер мөһим өлөшө. Бер нисә предприятие менән осра­шасаҡбыҙ. Улар – “Камволь”, “Коминтерн” – төрлө пландағы компаниялар, ләкин барыһы ла еңел сәнәғәт. Хәйер, хәҙер импортҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ – тегергә оноттоҡ. Шуға күрә еңел сәнәғәттә ком­петенцияларығыҙҙың республика­быҙға килеүен теләйбеҙ. Ә был тауар әйләнешенән, беҙҙә һеҙҙең продукцияны һатыуҙан һәм баш­ҡаларҙан башлана. Еңел сәнәғәт – ул, әлбиттә, үҙ-ара килешеп эш итеүҙең ҙур секторы.

Хеҙмәттәшлектең мөһим йүнә­леше – туҡланыу продукттары. Магазин кәштәләрендә Беларустан килтерелгән тауарҙар бик күп. Беҙ “Белорусские продукты” тип аталған магазиндар селтәрен булдырҙыҡ. Шуға күрә Башҡортостанда һеҙҙең тауарҙарҙы һатып алырға мөмкин.

– Башҡортостан Башлығының яратҡан белорус продукттары ниндәй?

– Шунда уҡ әйтеп үтәм, был белорус шоколадтары. Һеҙҙең “Беловежье шырлығы” кәнфит­тәрегеҙ – минең өҫтәлдәге йыш ҡунаҡтар.

– Программағыҙ сараларға бай. Минскиҙан Гомель өлкәһенә ба­раһығыҙ. Ни өсөн тап ошо төбәк?

– Был тарихи формалашҡан. Тап Гомель өлкәһе Башҡорт­остандың туғандаш төбәге булып тора. Гомель өлкә башҡарма комитеты рәйесе Иван Иванович Крупко менән беҙ – күптәнге дуҫтар. Ул ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры булған саҡта уҡ бергә эшләнек. Өлкәлә – эшлекле һәм көслө идара итеү командаһы. Бер нисә ауыл хужалығы машиналарын төҙөү предприятиеһы бар, беҙ уларҙан техника һатып алдыҡ та инде. Артабан да уны һатып алырға йыйынабыҙ, ә ҡайһы бер агре­гаттарҙы Башҡортостанда етеште­рергә теләйбеҙ. Баҫым яһап әйтәм, беҙҙе туғандарса мөнәсә­бәттәр бәйләй. Иҡтисади мәсьәләләрҙән тыш, мәҙәни программа, туристар менән алмашыуға бәйле темалар ҙа бар.

– Беларусь менән Рәсәй хеҙ­мәттәшлегендәге яңы проект – зубрҙар үрсетеү. Белорус зубр­ҙары Башҡортостанда үҫеп китерме – беҙҙә климат йомша­ғыраҡ бит?

– Һәр осрашыу байыта. Һеҙ еңел сәнәғәт хаҡында әйттегеҙ инде. Беҙ бында беренсе тапҡыр килгәндә машиналар эшләүгә, нефть химия­һына һәм башҡа өлкәләргә айырыуса иғтибар бүленде. Шул уҡ ваҡытта беҙ һәр ваҡыт хеҙмәт­тәшлек өлкәһен киңәйтәбеҙ. Осрашыуҙарыбыҙҙың береһендә зубрҙар тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Минең өсөн был бығаса буй етмәҫлек нәмә кеүек ине. Башҡортостанда, мөмкин булһа, зубрҙар популяцияһын булдырырға тигән хыялым бар ине. Мин Фәндәр академияһы ғалимдары менән кәңәшләштем. Башҡортостанда популяция формалашыуы өсөн берҙәй шарттар бар. Ләкин мин уларҙы артабан үрсетеү өсөн бер нисә зат алыу мөмкинлеген күҙалламағайным. Беҙ ошондай ҡарарға килдек. Киләһе аҙнала һеҙгә Башҡортостан Фәндәр академияһы вәкилдәре киләсәк. Улар Беларусь Фәндәр академия­һынан коллегалары, милли парктар өлкәһендәге эксперттар менән осрашасаҡ, зубр үрсетеү үҙенсә­лектәрен анализлаясаҡ. Унан һуң беҙгә белорус вәкилдәре киләсәк, беҙ популяцияға бирергә теләгән биләмәләрҙе өйрәнәсәк. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумына зубрҙар булһа, бик шәп булыр ине.

– Башҡортостанда Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы үтә. Сараның программаһы нисек төҙөлә?

– Беҙҙә форумдың ойоштороу комитеты бар. Беҙ уның ултырышын Рәсәйҙең Федерация Советында үткәрҙек. Беларусь Республикаһы Советы Рәйесе Наталья Ивановна Кочанованың да ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарғанын беләбеҙ.

Программа әҙерләнә, эштәр аҙағына яҡынлаша. Был форум юбилейлы – унынсы. Был бик мөһим. Шуға күрә форум сиктә­рендә ун йыллыҡ хеҙмәттәшлеккә йомғаҡ яһау сараның төп маҡсаты булып тора. Шулай уҡ ҙур мәҙәни ваҡиғалар, йәштәр, спорт программаһы була. “Евразия йөрәгендә Славян баҙары” фестивале мәҙәни программаның нигеҙе булыр тип уйлайбыҙ.

Роман Александрович Головченко менән осрашыуҙа, форумдың төп бурысы – ул иҡтисадыбыҙ һәм хеҙмәттәшлегебеҙ йомғаҡтары һәм ҡаҙаныштары, тип килештек. Форум сиктәрендә Өфө эргәһендә “АМКОДОР” белорус предприятие­һының етештереү майҙансығын асырға ниәтләйбеҙ. Уның майҙаны – 25 мең квадрат метр. Бергәләп сығарыласаҡ техниканы, изделие­ларҙы һәм продукттарҙы күрһәтә­сәкбеҙ. Беларусь менән Башҡорт­остан, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре һәм предприятиелары араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендә бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйырға планлаш­тырабыҙ. Көслө эшлекле програм­маға баҫым яһарға уйлайбыҙ.

– Форумдың эшлекле өлөшө­нән тыш, бай эстәлекле мәҙәни программа ла ҡаралған. Бында ниндәй сюрприздар көтөргә?

– Форум өс көн – 26-28 июнь барасаҡ. Рәсәй – күп милләтле дәүләт. Фольклор байрамын ойошторорға теләйбеҙ. Белеүе­геҙсә, Башҡортостанда 12 мең белорус йәшәй. Улар үҙҙәренең үҙенсәлеген – ғөрөф-ғәҙәттәрен, кейемен, милли байрамдарын һаҡлай. Был йәһәттән беҙ уларға ныҡ ярҙам итәбеҙ. Шуға күрә Беларуста һәм Рәсәй Федерация­һында туғандашлыҡта йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтенең сәскә гөлләмәһен күрһәтергә теләйбеҙ.

Йәштәр өсөн ҙур спорт фестивале лә буласаҡ. Форумдың мөһим өлөшө – ул йәштәр сәйәсәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек. Беҙ йәштәребеҙ осрашһын, аралашһын һәм уртаҡ уңыштарыбыҙға ҡыуанһын өсөн уларҙы йыйырға теләйбеҙ.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: