Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 2022 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк “Росреестр”ына власть органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының мөрәжәғәттәре буйынса күсемһеҙ милекте теркәү тураһында 181 меңгә яҡын ғариза килгән. Был 2021 йыл менән сағыштырғанда икеләтә күберәк. Шул уҡ ваҡытта ғаризаларҙың барыһы ла тиерлек электрон рәүештә.
"Башҡортостан Республикаһы илдә тәүгеләрҙән булып власть һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеүгә тулыһынса күсте, – тип белдерҙе “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Петр Клец. – Ҡағиҙәләргә ярашлы, хоҡуҡтарҙы теркәү граждандарҙың һәм ойошмаларҙың ҡатнашлығынан башҡа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыла, ваҡыт та, аҡса ла экономиялана, электрон ҡултамға алыуҙың да кәрәге юҡ".
Ведомствола әйтеүҙәренсә, милеккә хоҡуҡ власть йәки урындағы үҙидара органдарының акттары нигеҙендә барлыҡҡа килһә, уға бәйле килешеүҙәр ҙә ошо акттарға ярашлы төҙөлһә, закон буйынса был органдар граждандарҙың һәм юридик берәмектәрҙең мәнфәғәтендә “Росреестр”ға документтарҙы үҙаллы ебәрергә тейеш. Әйткәндәй, документтарҙың электрон рәүештә, бер яҡлы тәртиптә электрон ҡултамға менән раҫланып тапшырылыуы ла ихтимал. Был осраҡта дәүләт пошлинаһы түләнмәй.
– Быйыл 1 ғинуарҙан власть органдары һәм муниципалитеттар “Росреестр” менән тик электрон тәртиптә генә эш итергә тейеш. Республикабыҙҙа был эште алдан уҡ башҡарып ҡуйҙылар, – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Радик Мәғзүмов.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru