Республика Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеүҙе тикшерҙе.
– Агросәнәғәт комплексы – республикабыҙҙың “визит карточкаһы”, – тине ул. – Уҙған йыл яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуыбыҙҙы күрһәтте. Мәҫәлән, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме 247 миллиард һум самаһы тәшкил иткән (128,1%). Иген культураларынан рекордлы – биш миллион тоннанан ашыу уңыш алынған. Тармаҡтың техник һәм технологик яҡтан йыһазландырылыуы яҡшыра. Орлоҡсолоҡта, селекцияла, генетикала әүҙем эш алып барыла, инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Бындай алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн булған бөтә ресурстарҙы файҙаланыу мөһим. Тәү сиратта - ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе, - тине Министрҙар кабинеты етәксеһе.
Премьер-министр, 2030 йылға илдә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 13 миллион гектарҙан ашыу ер әйләнешкә индерелергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был ауыл хужалығы, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 60 меңдән ашыу өҫтәмә эш урыны булдырыуҙы талап итәсәк. Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 7,3 миллион гектар тәшкил итә, шуның яртыһы – һөрөнтө ер (3,7 миллион гектар).
– Милекселәрҙең мал үрсетеү йәки иген үҫтереү урынына уңдырышлы баҫыуҙарҙы ҡырсынташ сығарыу йәки законһыҙ сүплектәр карьерына әүерелдереү осраҡтары теркәлә,- тине Андрей Назаров. - Ауыл хужалығын алып барыуға яраҡлы ерҙәрҙең маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса ла һөҙөмтәле файҙаланылыуы мөһим.
Был мәсьәләгә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ентеклерәк туҡталды.
Һанлы ауыл хужалығы ерҙәрен инвентарлаштырыу йомғаҡтары буйынса, республика аграр ведомствоһы файҙаланылмаған һөрөнтө ерҙәрҙең яҡынса 165 мең гектарын асыҡлаған. Шуның 60 мең гектары 10 йылдан ашыу файҙаланылмай, уларҙы әйләнешкә индереү өсөн ике миллиард һумға тиклем (гектарына 30 мең һумға тиклем) финанс һалырға кәрәк.
Йыл һайын муниципалитеттарға ерҙәрҙе ауыл хужалығы әйләнешенә индереү буйынса план күрһәткестәре билдәләнә. 2019 йылдан әйләнешкә 100 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ер индерелде, шуларҙың яҡынса 33 мең гектары 2022 йылда сафҡа индерелде. Ерҙәр агросәнәғәт комплексы предприятиеларының һәм инвесторҙарҙың иҫәбенә әйләнешкә индерелгән.
Илшат Фәзрахманов республикала төрлө сығанаҡтарҙа күҙәтелгән ауыл хужалығы биләмәләре тураһындағы мәғлүмәттәрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡтарға ла туҡталды. Мәҫәлән, Башстат һәм Росреестр күрһәткестәре айырмаһы 130 мең гектарға етә.
Уның билдәләүенсә, проект сиктәрендә «Респак» ведомство мәғлүмәт системаһында республика ауыл хужалығы ерҙәренең 78 проценты һанлаштырылған. Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Салауат, Ҡыйғы, Дүртөйлө, Дәүләкән, Борай Һәм Баймаҡ райондарында был эште тамамлағандар.
Төбәк аграр ведомствоһы башлығы һүҙҙәренсә, һаналмаған ер участкалары быйыл 1 июнгә тиклем Республика адреслы инвестиция программаһына индерелергә тейеш. Һөрөнтө ерҙәргә айырым иғтибар бирергә кәрәк, уны 2023 йылдың яҙғы баҫыу эштәре башланғанға тиклем системаға индерергә кәрәк.
Илшат Фәзрахманов төбәктә ер банкын булдырыу кәрәклегенә айырым туҡталды.
– Бөгөн республикала инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 102 мең гектар ер биләмәһе кәрәк, - тине ул. – Һәм бында муниципалитеттарға төҙөлөш һәм үҫемлекселек өсөн майҙансыҡтар һайлауҙа, шулай уҡ бөтә кәрәкле шарттарҙы яраштырыуҙа дәүләт органдарына булышлыҡ итеү мөһим буласаҡ.
Алдағы бурыстар иҫәбендә БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә урынлашҡан һаҡлағыс урман һыҙаттарын иҫәпкә алыу һәм БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль бүлектәре менән муниципаль район хакимиәттәренең ауыл хужалығы бүлектәре араһында үҙ-ара килешеп эш итеүҙе яйға һалыу кәрәклеген һанап үтте.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһында төбәк милкендә – 73,2 мең гектар ер һәм муниципаль милектә 240,4 мең гектар ер булыуын билдәләне. 2023 йылдың 1 ғинуарына республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаларын ҡуртымға алыу буйынса 6 958 килешеү ғәмәлдә.
– БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының хужалыҡ әйләнешенә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү өсөн өсөнсө кешеләрҙең һәм күсемһеҙ милек объекттарының хоҡуҡтарынан азат булған ер участкалары исемлеген булдырыу буйынса эш алып барыла. Ер участкалары тураһында мәғлүмәт Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сайтында урынлаштырыла, һәм улар “Инвесторҙар өсөн мәғлүмәт” фильтрын әүҙемләштергәндә файҙалана ала", – тип аңлатты ул.
Шулай уҡ БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сайтында республика милке булған 34 участканың дөйөм майҙаны 2741,9 гектар һәм дәүләт милке 1920,8 гектар майҙан менән сикләнмәгән 21 участканың исемлектәре урынлаштырылған.
Республика Премьер-министры Андрей Назаров мәсьәләне ҡарау йомғаҡтары буйынса Ауыл хужалығы министрлығына Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән берлектә ауыл хужалығы ерҙәрен инвентарлаштырыу буйынса эшсе төркөм ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ аграр ведомствоға муниципаль район хакимиәттәре менән берлектә 2023 йылдың 1 июненә тиклем «Респак» системаһына ер паспорттары индереп, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һанлаштырыуҙы тамамларға ҡушылды.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20061/